-11 °С
Болотло
Республика етәксеһе «Емерек юлдар» проектының быйыл ғәмәлгә ашырыла башлауын хәбәр итте.
«Ниндәйҙер бер мәлдә тиҫтәләгән йылдар буйына халыҡты яфалаған юлдарҙы үҙ көсөбөҙ менән тәртипкә килтерергә мөмкин икәнен аңланыҡ. «Юлдарҙы эшләгеҙ, юлдарҙы эшләгеҙ» тип яҙалар. Быйыл ошондай юлдарға 4 миллиард һум аҡса йүнәлттек. Быйыл 30 районда 4 миллиард һумға ремонт эшләйбеҙ. Хәҙер проектты дауам итеү бурысы тора. Киләһе йылға мин финанс министрлығынан 4 миллиард түгел, ә 5 миллиард һум һорар инем», — тип билдәләне Радий Хәбиров.