Ҡаҙ иң боронғо йорт ҡоштарының береһе. Был ҡош ит кенә түгел, ә мамыҡ та бирә. Ҡаҙ итенән әҙерләнгән ризыҡтар менән элек-электән иң ҡәҙерле ҡунаҡтарҙы һыйлағандар. Әгәр йортта еткән ҡыҙ бала йәшәй икән, бер нисә ҡаҙҙы туйға ҡалдыралар. Биҙәлгән ҡоштарҙы туй өҫтәленә матур тәрилкәләрҙә алып сығалар. Ҡаҙҙың мае ла файҙалы – уны бешкән йәки өшөгән урындарға һөрткәндәр.
Быйыл Шакировтар егерме баш ҡаҙ үстергәндәр. Ҡош-ҡорт аҫрарға бөтә шарттар ҙа бар бында. Шуға ҡаҙҙар ҙур, һимеҙ. Ә уларҙы эшкәртү процессы бик катлаулы, бер генә кеше башҡара торған эш түгел.
Өмәселәр алдан уҡ саҡырылған. Улар араһында «Хәтирә» башҡорт халыҡ фольклор коллективы ағҙалары, туған-тумаса, күрше-тирә. Ғәҙәттәгесә, сараға ауыл халҡы буш килмәй, ҡулдарында тәмлекәстәр була. Был юлы ла ҡатын-ҡыҙҙар сәк-сәк һәм башҡа тәм-томдар менән килде.
– Йыл һайын төрлө тоҡомло ҡаҙҙар үҫтерәбеҙ, аулдаштар менән бергә таҙартабыҙ,– тип һөйләне Дилара Әнүәр ҡыҙы. –Ҡаҙҙарҙы көндәр йылытҡас һатып алабыҙ, сөнки бәпкәләр йәшел һәм һутлы үлән ярата. Ҡаҙҙар тиҙ үҫә. Башлыса 4,5 килограмға тиклем етә. Беҙ бөтә ғаилә менән ҡаҙ итен ашайбыҙ, туғандарыбыҙҙы ла һыйлайбыҙ. Яңы йыл өҫтәленә мотлаҡ ҡаҙ әҙерләйем: уға горчица, тоҙ, һарымһаҡ һөртәм. Бер нисә ҡаҙҙы һатасаҡбыҙ. Мамыҡтан мендәрҙәр әҙерләйем.
Ҡоштарҙы һуйыу өсөн йорт хужаһы Азамат Тәлғәт улы яуаплы. Уға ауылдашы Зөфәр Даянов ярҙам итте.
– Ҡаҙҙарҙың кәүҙәләрен ҡайнар һыуға батырырға кәрәк, – ти ғаилә башлығы. – Был осраҡта мамыҡ еңел йолҡона. Был ысулды күптән ҡулланабыҙ, ә уны беҙгә әсәйем өйрәтте.
Ҡаҙҙарҙы йылы бүлмәгә алып инделәр. Өмә ҡыҙҙы. Эш араһында олораҡ ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәренең йәшлеген иҫкә төшөрҙө, ҡыҙыҡлы хәтирәләре менән уртаҡлашты. Һуңынан бөтәһе бергә йыр һуҙҙылар. Йыр-моң, уйын-көлкө менән ваҡыттың нисек уҙғаны ла һиҙелмәне.
Ҡаҙҙар эшкәртелеп тә бөттө. Өмәнең иң күңелле ваҡыты етте: каҙҙарҙы, көянтә баштарына элеп, өмәселәр һыу буйына китте. Улар менән, сыдырылған ҡанаттарҙы алып, йәшүҫмер ҡыҙҙар ҙа барҙы. Улар ҡанаттарҙы һыу юлына бара торған һукмаҡ буйлап һиптеләр. Быныһы киләһе йылда хужабикәнең ҡаҙҙары һукмаҡты тултырып йөрөһөн тигән теләк менән эшләнелә.
Һыу буйында ҡаҙҙарҙы йыуып алғас, йырҙар йырланды, милли уйындар уйналды.
– Беҙҙә башҡорт, татар халыҡтарының онотолған йолаларын тергеҙеү буйынса әүҙем эш алып барыла. Уларҙың береһе – ҡаҙ өмәһе. Кешеләрҙең боронғо йолаларға ҡайтыуы ҡыуандыра, – тине Ҡарамалы ауыл мәҙәниәт йортоноң өлкән ойоштороусыһы Нәзирә Шәрәфетдинова. – Йыл һайын Шакировтар ғаиләһенә киләбеҙ. Ҡаҙҙарҙы йола буйынса эшкәртәбеҙ. Бер нисә сәғәт мәшәҡәт, һәм ҡаҙ ите лә, хужабикә мендәрҙәре өсөн йомшаҡ мамыҡ та әҙер.