Район хакимиәте башлығы Николай Ельников хәбәр итеүенсә, райондан сираттағы гуманитар ярҙам тейәгән машина яҡташтарыбыҙға юлланған.
Был йөк үҙенсәлекле булыуы менән башҡа гуманитар ярҙамдарҙан айырылып тора. Өфө районы халҡы яугирҙарға яңы йыл бүләктәре йыйҙы. Улар эсенә тәм-томдар, көндәлек кәрәк-яраҡ тауарҙары һәм иң мөһиме - өйҙәгеләрҙең күңел йылыһы менән һуғарылған хаттары инде. Уҡыусылар һәм мәктәпкәсә йәштәге балалар унда ҡатнашыусыларға изге теләктәр менән хәбәрҙәр яҙҙы, үҙ ҡулдары менән яһаған һүрәттәрен ебәрҙе.
– Егеттәр, көтөгөҙ, оҙаҡламай һеҙҙең янығыҙҙа барып етербеҙ! Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!- тип яҙҙы социаль селтәрҙә Николай Павлович.