Благовещенда А.Я. Першин исемендәге 4-се мәктәптең кадет класында уҡыған Павел һәр ваҡыт Ишембайҙағы кадет корпусында уҡырға хыяллана. Уның теләген тормошҡа ашырыуҙа уға ата-әсәһе ярҙам итә. Тап ошо эштәрҙе еренә еткереп ҡуйыр өсөн улар әсәһе менән Ишембай ҡалаһына юллана. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беренсе тапҡырҙан уҡ ул был мәртәбәле уҡыу йортона уҡырға инә алмай. Паша бер ҙә төшөнкөлөккә бирелмәй, киреһенсә, үҙенә-үҙе ышанып, тыуған мәктәбендә ныҡышмалы шөғөлләнә, тағы ла тырышыбыраҡ уҡый башлай. Тәүәккәл характерҙы ата-әсәһенән мираҫ итеп алған егеттең хыялы бойомға аша, ул 8-се класта кадет булып китә.
- Кадет формаһын кейеүем менән ныҡ ғорурландым, - тип уртаҡлаша егет. - Ғәҙәти дәрестәрҙән тыш, беҙ бында сафтарҙа атлап үтеп, физик яҡтан ныҡлы әҙерлек алабыҙ. Мин үҙемде тағы ла тәртиплерәк, яуаплыраҡ, етдиерәк булып киттем тип әйтә алам. Кәрәкмәгән уй-шөғөлдәргә лә ваҡытым юҡ. Кадеттарҙың көндәлек тормошо һалдат көнкүрешенә бик яҡын. Кадет корпусында көн иртәнге сәғәт етелә башлана. Казармала егеттәр уяна һәм, армиялағы кеүек, түшәктәрен, кейем-һалымын йыйыштыра. Күмәкләшеп, тиҙ генә йыйынып, иртәнге зарядкаға сығабыҙ. Иртәнге тикшереүҙе лә оноторға ярамай: тәрбиәләнеүселәр барыһы ла урынындамы, улар бөхтә итеп кейенгәнме? Артабан көн тәртибе буйынса алда иртәнге аш, мәктәп программаһы буйынса уҡыу, өҫтәмә дәрестәр, өй эшен әҙерләү тора. Һуңынан киске аштан һуң һәр кадеттың шәхси ваҡыты башлана. Тап ошо ваҡытта кадеттарға бер сәғәткә кеҫә телефондары бирелә. Улар мөмкинлектәренән файҙаланып, ата-әсәләренә шылтырата, музыка тыңлай, яратҡан уйындарын уйнай һәм социаль селтәрҙәрҙә ултыра...
Павел ҡаһарман яҡташыбыҙ Олег Маленковтың улы. Ул Донецк халыҡ республикаһы территорияһында махсус операция барышында хәрби антына тоғро ҡала һәм үҙенең бурысын үтәгәндә батырҙарса һәләк була. Павел фекеренсә, һәр ир-ат хәрби тәрбиә алырға тейеш. Хәҙер инде ул ҡайҙа уҡырға инеү һәм артабан ҡайҙа эшләү тураһында ла ныҡлы уйлана. Уның һүҙҙәренсә, был хәрби эшмәкәрлек өлкәһе буласаҡ.
- Атайыма лайыҡлы кеше булырға теләйем, - ти Паша. Уның Абхазия, Грузия, Югославия, Тажикстанға хәрби командировкалары була. 2002 йылда Чечняла махсус операция ваҡытында уларҙың төркөмө засадаға эләгә, унда ул бик ауыр яралана, һуңынан мөғжизә менән генә иҫән ҡала. Махсус хәрби операция башланғас та, атайымдың ситтә ҡала алмауы ғәжәп түгел. Күп һанлы яраларына ҡарамаҫтан, ул 2022 йылдың апрелендә үҙ теләге менән туғандаш халыҡҡа ярҙамға юллана. Атайым тере сағында ике Батырлыҡ ордены һәм «Батырлыҡ өсөн» миҙалдары менән бүләкләнде. Ә өсөнсө хәрби наградаға ул үлгәндән һуң тәҡдим ителде. Уға Рәсәй Геройы исеме лә бирелер тип ышанам.
Павел атаһы менән үткәргән ваҡыттарҙы ла йыш иҫенә төшөрә. Бер ваҡыт Сергеевка ауылындағы күлгә атайым менән һыу инергә барҙыҡ. Мин һыуға һикереп, унда булған ҙур ағастың ботағына эләгеп тубығымдағы тиремде йырттым. Атайым мине һыуҙан сығарҙы ла, өҫтөндәге тельняшкаһын сисеп, ярамды бәйләне, - тип һөйләй егет. Шул саҡта минең өсөн атайымдың иң ышаныслы кеше икәнлеген аңланым. Һәр ир-ат үҙенең намыҫын һәм абруйын яҡларға тейеш, тине ул миңә. Тормошта минең дә девизым бар: бер ҡасан да көсһөҙҙәрҙе үҙем дә рәнйетмәйем һәм башҡаларҙан да рәнйеттермәҫкә тырышам. Тап ошо һүҙҙәрҙе миңә атайым әйтеп ҡалдырҙы. Ул ҡушҡанды мин мотлаҡ үтәргә тейеш.