Йәйғор
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Февраль , 12:15

Ярҙамдың сифаты арттыр

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров инициативаһы буйынса Иглинда 35 меңдән кәм булмаған саҡырыуҙы хеҙмәтләндереүгә иҫәпләнгән яңы ашығыс медицина ярҙамы подстанцияһы төҙөлә. Әлеге ваҡытта төп бинаның каркасы һәм автомобилдәр өсөн гараж сафҡа ингән.

 Подстанцияла амбулатор ауырыуҙарҙы ҡабул итеү кабинеты, диспетчер бүлмәһе урынлашасаҡ. Ул тулы ҡеүәтле эшләһен өсөн бөтә кәрәкле биналар йыйылмаһы менән йыһазландырыласаҡ, ә инеү төркөмдәрендә мотлаҡ пандустар буласаҡ.

Модулле подстанция эше районда фельдшер бригадаларын көтөп тороу ваҡытын ҡыҫҡартып, халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтеү сифатын арттырасаҡ.

Автор:Сирина Фәррәхова, Иглин районы.
Читайте нас: