Бөтә яңылыҡтар
28 Декабрь 2023, 12:08

Берҙәм пособиены оҙайтыу тураһында ғаризаны ҡасан бирергә?

Берҙәм пособие 12 айға тәғәйенләнә һәм автоматик рәүештә оҙайтылмай. Түләүҙәр дауам итһен өсөн ғариза бирергә кәрәк. Быны пособие тәғәйенләнгән осорҙоң һуңғы айында йәки түләүҙәр тамамланғандан һуң киләһе айҙа эшләргә мөмкин.

Мәҫәлән, пособие 2024 йылдың ғинуарына тиклем түләнә, ти. Пособиены оҙайтыуҙы һорап, ғинуар аҙағына тиклем мөрәжәғәт итһәгеҙ, киләһе түләүҙәр осоро 2024 йылдың февралендә башлана, тимәк, бер түләү ҙә юғалмаясаҡ. Февраль дауамында мөрәжәғәт итһәгеҙ ҙә шулай уҡ өҙөклөк булмай.

Пособиены оҙайтыу тураһында ғаризаны һуңыраҡ та бирергә мөмкин, әммә үткән айҙар өсөн компенсация булмаясаҡ.

Түләүҙәрҙе «Дәүләт хеҙмәттәрендә», Социаль фондтың клиент хеҙмәттәрендә йәки Күп функциялы үҙәктә оҙайтырға мөмкин.

Берҙәм пособиены нисек алыу хаҡында ошо һылтанма буйынса уҡығыҙ.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Читайте нас в