Йәйғор
-6 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
6 Февраль , 15:31

Хәүефһеҙлек беләҙеген ҡайҙан алырға һәм уның менән нисек файҙаланырға?

NFC-модулле хәүефһеҙлек беләҙеге кешене ҡотҡарырға йәки табырға ярҙам итә. Уны ҡайҙан алырға һәм нисек ҡулланырға – «ЛизаАлерт» эҙләү-ҡотҡарыу отряды белгестәре аңлата.

Тәү сиратта беләҙектәр:
- оло йәштәге;
- когнитив тайпылыштары булған;
- инсульт йәки ҡапыл хәтерен юғалтыу хәүефе булған кешеләр;
- шулай уҡ менталь тайпылышлы һәм аутизм спектры боҙолған балалар өсөн кәрәк.

Гаджетҡа «BrasletAmulet» мобиль ҡушымтаһы аша кеше хаҡында бөтә мәғлүмәт индерелә. Тәүҙә беләҙек хужаһының исемен һәм туғандарының йәки опекундарының бәйләнештәрен керетегеҙ. «Өҫтәмә мәғлүмәт» тигән юлда беләҙек хужаһының тыуған көнөн, СНИЛС һәм мотлаҡ медицина страховкаһы полисын, хроник ауырыуҙарын һәм тәртип үҙенсәлектәрен теркәй алаһығыҙ.

Әгәр бындай беләҙек таҡҡан кеше юғалһа, юлда осраған һәр кем, юғалған кешеләрҙе эҙләүсе йәки табипҡа NFC-модулле теләһә ниндәй телефон аша беләҙектәге QR-кодты уҡыу етә һәм юғалған кешенең туғандары менән бәйләнешкә инергә була.

Беләҙеккә көс йыйҙырырға кәрәкмәй, ул һыуланмай һәм аллергия тыуҙырмай.

Беләҙек алыу өсөн 8-800-700-29-45 телефоны буйынса (тәүлек әйләнәһенә) заявка ҡалдырырға мөмкин.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Читайте нас: