1. Һеҙҙең осраҡта билетты кире тапшырып булыу-булмауын тикшерегеҙ. Бындай осраҡтар менән үткән яҙмала таныштырҙыҡ.
2. Авиакомпанияға осоуҙан баш тартыуығыҙ тураһында хәбәр итегеҙ. Был хаҡта рейсҡа теркәлеү тамамланғансы хәбәр итеү зарур. Һеҙ ярҙам хеҙмәтенә шылтырата йәки электрон хат ебәрә алаһығыҙ. Бәйләнештәрҙе авиакомпания сайтында табырға мөмкин.
3. Раҫлаусы документтарығыҙ булһын. Уларҙың исемлеген авиакомпания сайтында йәки ярҙам хеҙмәтендә асыҡлағыҙ.
Мәҫәлән, әгәр ауырып китһәгеҙ, эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы йәки ауырыу тураһында белешмә кәрәгәсәк. Яҡын кешегеҙ ауырыһа, туғанлыҡты раҫлаусы документ, мәҫәлән, тыуыу тураһында таныҡлыҡ, никах таныҡлығы кәрәк буласаҡ.
Өсөнсө аҙымдан һуң аҡсағыҙҙы кире ҡайтармаһалар:
4. Дәғүә яҙығыҙ һәм заказ менән белдереү ҡағыҙы биреләсәк хат ебәрегеҙ.
5. Авиакомпанияға дәғүә белдергәндән һуң 30 көн үткәс, судҡа мөрәжәғәт итегеҙ.
Был ҡағиҙәләр Рәсәй авиакомпанияларынан билет һатып алғанда ғәмәлдә буласаҡ.
Ошо һәм башҡа мәсьәләләр менән "Роспотребнадзор"ҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының ҡыҙыу элемтәһенә мөрәжәғәт итә алаһығыҙ: 8 (800) 775-01-70.
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан