Йәйғор
+9 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
21 Март 2023, 13:05

Яугирҙәргә – ярҙамға!

Благовещен районы Үрге Иҙәк мәктәбенең уҡытыусылар коллективы һәм уҡыусылары “Блиндаж шәме” патриотик акцияһына ҡушылды.

Яугирҙәргә – ярҙамға!
Яугирҙәргә – ярҙамға!

Благовещен районы Үрге Иҙәк мәктәбенең уҡытыусылар коллективы һәм уҡыусылары “Блиндаж шәме” патриотик акцияһына ҡушылды.
Махсус хәрби операциялағы хәрбиҙәр был акция сиктәрендә йылыныу һәм аҙыҡ-түлекте йылытыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ. Бының өсөн унда ҡатнашыусылар үҙ ҡулдары менән “блиндаж шәмдәре” эшләгән. Улар - ҡалай банкаларҙан, иретелгән балауыҙҙан һәм тығыҙ ҡатырғанан эшләнгән, көнкүреш шәмдәре менән айырылып торған махсус шәмдәр. Бындай приборҙы оҙайлы ваҡыт йылытырға, уны ҡабат тоҡандырырға һәм һүндерергә, улар ярҙамында һыуҙы йылытырға һәм аяҡ кейемен киптерергә мөмкин, ә уттың көсө төшкө аш әҙерләргә етә. Иптәштәрсә ярҙам сиктәрендә был акцияға бөтә мәктәп ҡушылды, улар ҡалай банкалар, ҡатырға һәм шәмдәр эшләү өсөн парафин да алып килә.
-Ҡатнашыусыларҙың барыһына ла акцияны үткәреүҙә ярҙам күрһәткәндәре өсөн рәхмәт белдерәбеҙ. Беҙҙең миҫалда һәр белем биреү учреждениеһы һалдаттарға ярҙам йөҙөнән ошондай блиндаж шәмдәрен яһаһын тигән теләктә ҡалабыҙ. Яугирҙәребеҙгә уттан ғына түгел, ә улар хаҡында хәстәрлек күреүҙән, ышаныуҙан һәм уларҙың имен-аман йөрөп ҡайтыуҙарын көтөүҙән дә йылылыҡ бирһен! – ти Үрге Иҙәк мәктәбе етәкселеге.

Яугирҙәргә – ярҙамға!
Яугирҙәргә – ярҙамға!
Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: