Йәйғор
+1 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
12 Апрель 2023, 14:55

Изге күңелленең изге эше

Йыш ҡына профилактик рейдтар осоронда беҙҙең төркөм янғынды иҫкәртеү  извещателдәренең энергия элементы булмауы проблемаһына юлыға. Күп осраҡта крон батареяһының файҙаланыу ваҡыты тамамланған була.

Изге күңелленең изге эше
Изге күңелленең изге эше

Йыш ҡына профилактик рейдтар осоронда беҙҙең төркөм янғынды иҫкәртеү  извещателдәренең энергия элементы булмауы проблемаһына юлыға. Күп осраҡта крон батареяһының файҙаланыу ваҡыты тамамланған була.

             Килеп тыуған хәл тураһында ишеткән Шишмә район Советы депутаты Энйы Әхмәҙуллина беҙҙең үтенескә ыңғай яуап бирҙе. Изге күңелле, хәстәрлекле яҡташыбыҙ «Атайсал - бәләкәй Ватан» проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә 200 дана янғынды иҫкәртеү извещателдәре өсөн туҡланыу элементтарын беҙгә алып килеп тапшырҙы, - тип хәбәр итте Башҡортостан Республикаһы Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса Дәүләт комитетының янғынды иҫкәртеү үҙәге инструкторы Илһамйән Асылов.               

Иҫкәртеү саралары барышында янғын извещателдәрендәге был туҡланыу элементтары тәү сиратта ишле, насар категориялы ғаиләләр һәм яңғыҙ ҡарт граждандар йәшәгән йорттарҙа алмаштырыласаҡ. Кәрәкле эшкә вайымһыҙ булмау арҡаһында улар өйҙә булғандарға ваҡытында хәүефһеҙлек тәьмин итергә мөмкинлек бирәсәк. Һәр ҡуйылған һәм эшкә яраҡлы янғынды иҫкәртеү извещателе киләсәктә йорт-ҡуралағы халыҡҡа яҡынлашып килгән бәлә тураһында хәбәр итеүе ихтимал.

- Күрһәткән инициатива һәм күрһәткән ярҙамығыҙ өсөн һеҙгә, Энже Ревил ҡыҙы, рәхмәт белдерәбеҙ. Был һеҙҙең янғын хәүефһеҙлеге өлкәһендә ярҙам итеүегеҙҙең берҙән-бер осрағы түгел. Һеҙҙең менән артабанғы хеҙмәттәшлегебеҙгә ышанабыҙ, ә ошондай миҫалда был йүнәлешкә битараф булмаған башҡа кешеләрҙе лә ҡушылырға саҡырабыҙ, - тип өҫтәне инструктор.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2023 йыл Башҡортостан Республикаһы Башлығы тарафынан үҙенең бәләкәй Ватаны өсөн файҙалы эштәр йылы тип иғлан ителде.

Мәғлүмәт “Родник плюс” Шишмә район гәзитенән алынды.

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: