Шишмә ҡасабаһын һәр йылдағыса быйыл да "Уют" йәмғиәте үҫтергән төрлө-төрлө сәскәләр йәмләйәсәк.
Сәскәләрҙән петуния, бархатцы, цинерарин, сальвия, бегонияға өҫтөнлөк биргән йәмғиәт быйыл зәңгәр шыршы, кизил, спирей ҡыуаҡтарын да теплицала үҫтереп, уларҙы асыҡ ергә ултыртасаҡ. Ҡасабаның урамдарын йәмләгән сәскә түтәлдәре, төрлө вазондар янына бәләкәй формалағы архитектураларҙы ла ҡуйыу ҡаралған.
"Уют" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт етәкселеге быйыл бер йыллыҡ сәскәләр иҫәбен 50 меңгә яҡын үҫтереүгә өлгәшкән. Бының өсөн тағы өҫтәмә бер теплица ла ҡуйғандар.
Беренсенән, урындағы бюджет аҡсаһы экономияланһа, икенсенән шишмәләр "Уют" йәмғиәте хеҙмәткәрҙәренең тырыш хеҙмәтен баһалап, яҙҙан көҙгәсә үҫтергән гөл - сәскәләр, тирә - яҡтағы йәмле йәшеллек өсөн уларға тик рәхмәт һүҙҙәрен әйтә.