Йәйғор
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Валентина Петровнаның изге эше өсөн рәхмәт

Благовещендан 83 йәшлек пенсионер Валентина Куликова быйыл ҡыш махсус хәрби операция үткәреү зонаһында булған яугирҙәрҙең  ихтыяждары өсөн УАЗ автомобилен тапшырҙы.

Автомобиль ҡасандыр Валентина Петровнаның ире Юрий Борисовичтыҡы булған. Уның вафатынан һуң Уазды хеҙмәтләндереү менән уның ейәне Николай Смирнов шөғөлләнгән. Ул машинаны яугирҙәргә тапшырырға тәҡдим иткән дә инде. Ейәненең идеяһын Валентина Петровна ла ҙур ҡәнәғәтлек менән хуплаған.

Ошо көндәрҙә ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан хәрбиҙәр Валентина Куликованың ғаиләһенә барып хәл белеште. Ҡунаҡҡа килгән яҡташтар был ғаиләгә буш ҡул менән түгел, ә сәскәләр һәм һый-ниғмәт менән килгәйне. Бер сынаяҡ сәй артында улар кинәнеп аралашты, хеҙмәт һәм махсус хәрби операция шарттарында яҡташтарына ярҙам итеүҙең мөһимлеге хаҡында һөйләште. Яугирҙәр Валентина Петровнаның изге эше өсөн рәхмәт һүҙҙәрен йәлләмәне.

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: