Өфө районының Ҡыҙыл Яр ауыл Советында граждандарҙы ҡабул иткәндән һуң хакимиәт вәкилдәре махсус хәрби операцияла булған яугирҙең әсәһе янына юл тотҡан.
Хакимиәт ҡыш көнө был ғаиләгә мунса өсөн утын әҙерләүҙә ярҙам итһә, күптән түгел үҙәк юлдан уларҙың йортона тиклем юлға таш түшәй, ә бөгөн иһә яңы газ плитәһе менән ҡыуандырған. Иҫке плитәнең файҙаланыу ваҡыты тамамланыу сәбәпле, газ хеҙмәте белгестәре Галина Никандровнаға уны алмаштырырға тәҡдим итә. Пенсионер - ата-әсәләрҙең ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүен район етәкселеге инҡар итмәй, был һорауҙы ыңғай хәл итә.
-Әлегә беҙҙең яҡташтар махсус хәрби операцияла, беҙ уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтергә тырышабыҙ. Беҙ бергә, беҙ бер ғаилә! Тик шулай ғына Беҙ Еңеү яулайбыҙ!- ти хакимиәт вәкилдәре.