Йәйғор
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
14 Июль 2023, 14:37

Тырыштар ауылын йәмләй

Мөмкинлектәр матди яҡтан сикле булһа ла, ауыл халҡының пландары ҙур.

Тырыштар ауылын йәмләй
Тырыштар ауылын йәмләй

Благовещен районы Ильина Поляна ауылының әүҙем эшҡыуарҙары төркөмө финанс, техника һәм үҙ көстәрен һалып, ауыл хакимиәте менән берлектә мәҙәниәт йорто, быуа тирәһендәге территорияны төҙөкләндерҙе һәм йәйәү йөрөүселәр өсөн аллеяны тергеҙҙе.


Эштәр территорияны планлаштырыуҙан һәм иҫке ағас олондарын тамыры менән йолҡоп алып ташлауҙан башланды. Йәйәү йөрөүселәрҙең һуҡмағына ҡарап, иҫке асфальт юлды ауыл хеҙмәтсәндәренә Дан аллеяһындағы мемориал янындағы майҙансыҡ менән тоташтырыу, ә аллея буйлап сүп-сар өсөн һауыттар менән эскәмйәләр ҡуйыу идеяһы барлыҡҡа килде. Киләсәктә Клуб һәм Юбилей урамдары буйлап юлдар араһында ағастар күләгәһендә йәйәү йөрөү өсөн юл асыу, газон үләне сәсеү һәм ял итеү урындарына ҡаты япма йәйеү планлаштырыла.


Мөмкинлектәр матди яҡтан сикле булһа ла, ауыл халҡының пландары ҙур. Етәкселек, эшҡыуарҙар һәм халыҡтың берлектәге тырышлығы менән булдырылған ял итеү урыны, хәҙер бында йәшәүселәргә генә түгел,ә киләсәк быуындарға ла яҡшы нигеҙ булдырыр.

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: