Йәйғор
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
21 Июль 2023, 10:15

Техниканың кәрәклеһе – яугирҙәргә

Башҡортостандан Александр Лизогуб махсус хәрби зоналағылар өсөн тимерҙән иретеп багги-автокросс эшләне. Уның техниканы үҙгәртеп ҡороу буйынса ҙур тәжрибәһе бар.

Техниканың кәрәклеһе – яугирҙәргә
Техниканың кәрәклеһе – яугирҙәргә

Башҡортостандан Александр Лизогуб махсус хәрби зоналағылар өсөн тимерҙән иретеп багги-автокросс эшләне. Уның техниканы үҙгәртеп ҡороу буйынса ҙур тәжрибәһе бар.

Александр яугирҙәр өсөн кәрәкле техниканы Телеграмм-каналдағы чаттарҙың береһендә күрә. Был июнь уртаһында була. Видеола күренеүенсә, егеттәр, дошман танкыларын юҡ итеп, тыныс ҡына шундай ҡулдан эшләнгән әйберҙә яу барған яланды ташлап китә.

Ул ошо идея менән зарарлана һәм үҙ чатында фекерҙәре менән уртаҡлаша. Был кәрәкле изге эштә уға күптәр ярҙам итергә теләк белдерә. Аҡса йыйыуҙы ла ойоштора. Ваҡыт ҡыҫҡарғанлыҡтан, Александр әҙер каркасты һатып ала, ул яҡынса 110 мең һумға төшә. Махсус рәүештә уның артынан Мәскәү өлкәһенә бара. Кемдер тимер киҫәктәре, торбалар, кемдер кәрәкле запас частәр алып килгән. Оҫта ҡуллы Александр даими рәүештә үҙенең каналына яҙылыусылар менән бәйләнештә тора, эш барышы менән дә уртаҡлаша бара. Нимәләр һатып алырға кәрәклеген дә хәбәр итә. Әгәр кемдәлер кәрәкле әйбер бар икән, уны шунда уҡ алып киләләр, изге күңеллеләр һатып та алып бирә. Уға даими рәүештә аҡса ла ебәреп торалар. Күптәр үҙҙәре хаҡында реклама бирмәүҙәрен һорай. Барыһы ла асыҡ, отчет бар.

Запас частәр башлыса ватан автомобилдәренән, мәҫәлән, “Нива”нан көсәйтелгән тәгәрмәстәр, двигатель, хәрәкәт итеү өлөшө, руль идаралығы барыһы ла ВАЗ – 2114-тән, ҡалғандары төрлө машиналарҙан алынған. Алғы быяла урынына 4 мм ҡалынлыҡтағы тимер иретеп йәбештерә, водитель өсөн тәҙрә-рәшәткә лә ҡырҡа. Бындай ҡулдан эшләнгән әйберҙең ауырлығы 500 килограмм самаһы тәшкил итә. Бер аҙ эште тамамлағас, йыраҡ юлға сығырға, яҡташтар янына юлланырға ла мөмкин, - тип һөйләй Александр. 

Әйткәндәй, ҡулдан эшләнгән машинаны яугирҙарға оҫта үҙе тапшырасаҡ.

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: