Йәйғор
+9 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
6 Октябрь 2023, 16:23

Балалар майҙансыҡҡа йыйылды

Шишмә районының Алкин ауылында балалар спорт майҙансығы асылды. Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы сиктәрендә төҙөлгән был майҙансыҡты асыу тантанаһы ойошҡанлы үтте.

Балалар майҙансыҡҡа йыйылды
Балалар майҙансыҡҡа йыйылды

Күп функциялы майҙансыҡ балаларҙың иғтибарын тиҙ арала үҙенә йәлеп итте: шуҡ малайҙар һәм ҡыҙҙар тауҙан шыуа, сәңгелдәктә бәүелә, ә үҫмерҙәр тренажерҙарҙа шөғөлләнә ала.

Иртә таңдан бында байрам кәйефе хакимлыҡ итте.Төрлө төҫтәге шарҙар менән биҙәлгән матур майҙансыҡ килеүселәрҙе үҙенә ылыҡтырҙы. Күптән көтөлгән майҙансыҡты асыу тантанаһында балалар өсөн күңел асыу программаһы ойошторолдо.  Конкурстарҙа һәм ярыштарҙа ҙур теләк менән ҡатнашҡан балалар татлы ризыҡтар ҙа алып ҡыуанды. 

Читайте нас: