Йәйғор
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
27 Октябрь 2023, 17:20

Изге ғәмәлдәр йылында – изге эштәр

Благовещен районының Илек мәктәбен егерме йыл элек тамамлаған сығарылыш уҡыусылары уның территорияһына шыршы ағастарын ултыртты. Тыуған мәктәбенең тирә-яғын төҙөкләндереү, йәшелләндереүҙе күҙ уңында тотҡан яҡташтар башҡаларға миҫал булырҙай кәрәкле эшен Атайсал өсөн изге ғәмәлдәр йылында тормошҡа ашырҙы.

Изге ғәмәлдәр йылында – изге эштәр
Изге ғәмәлдәр йылында – изге эштәр

Благовещен районының Илек мәктәбен егерме йыл элек тамамлаған сығарылыш уҡыусылары ауыл клубы территорияһына шыршы ағастарын ултыртты.
Тыуған ауылын төҙөкләндереү, йәшелләндереүҙе күҙ уңында тотҡан яҡташтар башҡаларға миҫал булырҙай кәрәкле эшен Атайсал өсөн изге ғәмәлдәр йылында тормошҡа ашырҙы.2003 йылда мәктәпте тамамлаған егеттәр һәм ҡыҙҙарҙың күңелендә тыуған Илеге, хөрмәтле уҡытыусылары тураһында тик яҡты иҫтәлек-хәтирәләр һаҡлана.
- Һәр кешенең бәләкәй ватаны, үҙенең беренсе аҙымдарын эшләгән, тәүге тапҡыр мәктәп ишеген асып ингән тыуған төйәге бар. Тамырҙарым менән ныҡ бәйле булған ғәзиз ерем, яҡындарым һәм яҡташтарым йәшәгән тыуған ауылым өсөн тик яҡшы ғәмәлдәр эшләге килеп кенә тора. Ҡалала йәшәһәк тә, тыуған еребеҙ беҙҙе магнит һымаҡ үҙенә тарта. Шуға ла һәр кешелә, шул иҫәптән миндә лә, төйәгем өсөн ниндәй ҙә булһа, файҙа килтереү теләге көслө. Ата-әсәйҙәребеҙ олоғая бара, улар артынан беҙ киләбеҙ, ә үҫеп килгән йәш быуын беҙҙән миҫал ала. Шуға ла йөҙгә ҡыҙыллыҡ килмәҫлек үҙебеҙгә лайыҡлы алмаш үҫтерергә тырышабыҙ,- тип һөйләне ауылым тип янып йәшәгән йәмәғәт эшмәкәре Руслан Ғәсимйән улы Сәфиев.

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: