Йәйғор
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
21 Ноябрь 2023, 09:01

Өфөлөләр яҡташтарын ярҙамһыҙ ҡалдырмай

Өфө районының Шмидт, Михайловка ауылдары халҡы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы һалдаттарға хәленән килгәнсә ярҙам итә.

Өфөлөләр яҡташтарын ярҙамһыҙ ҡалдырмай
Өфөлөләр яҡташтарын ярҙамһыҙ ҡалдырмай

Шмидт ауылында йәшәүсе ҡатын-ҡыҙҙар һәр ваҡыт яҡташтарына үҙҙәренең йылыһын һәм иғтибарын бирергә әҙер. Ауыл мәҙәниәт йортоноң «Чародейка» түңәрәге ағзалары йөрәге ҡушыуы буйынса маскировкалау селтәрҙәре үреп, алғы һыҙыҡҡа оҙатыу эшен дауам итә. Хәҙер селтәрҙәрҙең төҫө ҡышҡы, аҡ вариантҡа үҙгәртелгән.
Михайловка халҡы ла бындай кәрәкле эштәрҙән ситтә ҡалмай. Маскировкалау селтәрҙәре өсөн материалдарҙы улар халыҡтан килгән иғәнәләргә һатып ала. Күптән түгел улар селтәрҙәрҙең яңы партияһын алғы һыҙыҡҡа ебәрҙе. Бынан тыш, оҫталар гуманитар ярҙам итеп яугирҙарға кәрәкле әйберҙәр: йылы ойоҡбаштар, тәм-томдар, ит-балыҡ консервалары, шәхси гигиена предметтарынан торған дүрт ҡумта ебәреүгә өлгәшкән.
Төркөм ағзалары әйтеүенсә, маскировкалау селтәрҙәре, махсус костюмдар, тепловизорҙарҙы һаҡлағыс япмалар - махсус операцияның иң кәрәкле әйберҙәре. Улар алғы һыҙыҡта булған пехота, танкистар йәки штурмовиктарҙың һәр береһенә бик кәрәк. Махсус хәрби операцияла улар даими һәм күпләп талап ителә. Шуға ла Өфө халҡы ваҡытын, аҡсаһын йәлләмәй, гуманитар ярҙам күрһәтеүгә үҙенең өлөшөн индерә.

Өфөлөләр яҡташтарын ярҙамһыҙ ҡалдырмай
Өфөлөләр яҡташтарын ярҙамһыҙ ҡалдырмай
Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: