Йәйғор
+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
15 Декабрь 2023, 09:12

Берҙәмлектә – көс һәм ҡеүәт

Шишмә районының Ябалаҡлы ауылы халҡы «Миңлебикә» ағинәйҙәр төркөмө менән берлектә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн гуманитар ярҙам йыйыуҙа әүҙем ҡатнашты. «Сәләм» мәсете был кәрәкле һәм сауаплы сараның төп үҙәге һәм ойоштороусыһы булып торҙо.

Берҙәмлектә – көс һәм ҡеүәт
Берҙәмлектә – көс һәм ҡеүәт

Уларҙың тырышлығы менән 27400 һум аҡса һәм һалдаттарыбыҙға кәрәкле әйберҙәр йыйылды. Әүҙем ауылдаштар - Рим Йосопов, Фәнис Ҡотлов, Фәйрүзә Ҡотлова, Рәшиҙә Сафина, Рәзилә Миңлейәроваларҙың берҙәмлеген, изге күңелле булыуын маҡтап китеү урынлы булыр. Рәүзилә һәм Филарет Хаматшиндар, Флюрә һәм Харис Әхмәтшиндар ғаиләләренең һәр береһе был изге маҡсатты тормошҡа ашырыр өсөн бишәр мең һум аҡса күсерҙе.
Донъяла тыныслыҡ урынлашыр, ҡаһарман яҡташтарыбыҙ иҫән-имен илдәребеҙгә ҡайтыр тип ышанаһы килә.

Автор:Айгөл Шаймөхәмәтова, Шишмә районы.
Читайте нас: