Йәйғор
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Рәсәйҙәге пенсия төрҙәре

Олоғайыу буйынса пенсияға сығыу өсөн страховка стажы етмәһә, нимә эшләргә? Рәсәй Социаль фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса бүлексәһе белгестәре аңлата.

2024 йылда страховка пенсияһын тәғәйенләү өсөн кәрәкле минималь стаж - 15 йыл. Әгәр стажығыҙ етмәһә, һеҙ уны һатып ала алаһығыҙ.

Стажды эшләмәгән кешеләр һәм «Һөнәри килемгә һалым» режимын ҡулланған үҙмәшғүлдәр һатып алырға мөмкин.

Стажды нисек алырға:
- Мотлаҡ пенсия страховкаһы буйынса ирекле хоҡуҡи мөнәсәбәткә инеү тураһында ғариза бирегеҙ һәм йыл өсөн иғәнә индерегеҙ (vk.cc/cuOnCk).

Страховка йылының хаҡы бирелгән формула буйынса иҫәпләнә: минималь эш хаҡы х 22% х 12.

2024 йылда минималь эш хаҡы 19 242 һум тәшкил итә. Бер йыллыҡ стажды 50 798,88 һумға һатып алырға мөмкин, шул уҡ ваҡытта һеҙгә 1,037 шәхси пенсия коэффициенты (ИПК) өҫтәләсәк (vk.cc/cuOnE7).

2024 йылда 8,292 шәхси пенсия коэффициентын, йәғни иң күбе 7,5 йыл стаж һатып алырға була.

2024 йылдағы пенсия тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте беҙҙең яҙмала уҡығыҙ.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Читайте нас: