Йәйғор
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
11 Апрель , 09:33

Яугирҙарға тәғәйенләнгән ярҙам

Благовещен районының Иҫке Илек ауылы егете Руслан Сәфиев башланғысы менән махсус хәрби операциялағы ир-егеттәргә сираттағы гуманитар ярҙам өсөн аҡса йыйылды

Яугирҙарға тәғәйенләнгән ярҙам
Яугирҙарға тәғәйенләнгән ярҙам

Благовещен районы Иҫке Илек ауылы халҡының изге эштәренә күрше Ғүмәр, Биштин ауылдары халҡы ла ҡушылды. Яҡташтарыбыҙ Вадим Ҡәҙир улы Миңлеәхмәтов үҙе банкаларҙа үҙе бешергән тушенка, бутҡалар, Әлфир Әғләм улы Әхунйәнов дарыуҙар, Илгиз Әсҡәт улы Хаматшин ҡуйыртылған һөт ебәрҙе. Гуманитар ярҙамға йыйылған аҡсаға, яҡташтар һорауы буйынса тәүге кәрәкле әйберҙәр, аҙыҡ-түлек менән бер рәттән, төрлө ҡоролмалар һатып алып барып тапшырылды.
-Иҫке Илек ауыл хакимиәтенә ҡараған ауылдар халҡы тарафынан йыйылған ярҙам өсөн барығыҙға ла ҙур рәхмәт! Ауыл хакимиәте башлығы Динар Батршин менән эшҡыуар Илдар Әйүпов етәкселегендәге ылау имен барып етеп, һалдаттарға тыуған яҡ сәләмен еткерҙе. Уларға тапшырылған күстәнәстәр көс-дәрт өҫтәһен, кәрәк-яраҡтары хеҙмәттәренә яраһын! Тиҙерәк Еңеү яулап, барса яугирҙәр тыуған яҡтарына имен-аман әйләнеп ҡайтып етһен, – тип һөйләне Руслан Ғәсимйән улы Сәфиев.

Яугирҙарға тәғәйенләнгән ярҙам
Яугирҙарға тәғәйенләнгән ярҙам
Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: