Йәйғор
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
27 Апрель , 15:51

Ҡалала тыныслыҡ һәм дуҫлыҡ аллеяһы ултыртылды

Бөгөн Благовещен ҡалаһының 2-се мәктәп баҡсаһында тыныслыҡ һәм дуҫлыҡ аллеяһы ултыртылды. Сарала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, хәрби хәрәкәттәр ветерандары, һәләк булған геройҙарҙың туғандары һәм яҡындары, «Ҡарағай» мәктәп урмансылығы ағзалары һәм башҡалар ҡатнашты. Запорожье өлкәһенән муйыл, имән, абрикос үҫентеләрен яҡташыбыҙ, «Уҡытыусы» саҡырыулы яугир алып килеп тапшырҙы.

Ҡалала тыныслыҡ һәм дуҫлыҡ аллеяһы ултыртылды
Ҡалала тыныслыҡ һәм дуҫлыҡ аллеяһы ултыртылды

“Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығына мәктәп баҡсаһында алма баҡсаһы ултыртылды. Һәм быйыл да алма ағастары беҙҙе үҙенең уңышы менән ҡыуандыр һәм был баҡсаны ултыртыусыларҙың иҫтәлеге булып торор: ҡатын-ҡыҙ-снайпер Ирина Борнина, Гулиндар ғаиләһенең ағастары бик яҡшы үҫә. Бында уҡыусыларыбыҙ – Дан ордендарының тулы кавалеры Михаил Кинешев, Сталинград алышында ҡатнашыусылар Иван һәм Прасковье Зайцевтар, Иван Бронников һәм башҡалар иҫтәлегенә ағастар ултыртылған, - тине 2-се мәктәп уҡытыусыһы Юлиә Альтемирова. - Йыл һайын 1 сентябрҙә беренсе класс уҡыусыларына алма кәрзине тапшырабыҙ. Бындай эштәр менән беҙ үҙебеҙҙең дан вариҫтары икәнлегебеҙҙе үҫеп килгән йәш быуын вәкилдәренең иҫенә төшөрәбеҙ. Геройҙар беҙҙең арабыҙҙа йәшәй, лайыҡлы рәсәйлеләрҙе тәрбиәләү - башҡарған эшебеҙҙең төп маҡсаты булып тора”.
Сарала махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Владимир Бакаров та булды. Ул билдәләүенсә, бөгөнгө сара - ата-бабаларыбыҙға һәм илде неонацизмдан яҡлаусыларға рәхмәт әйтеү генә түгел, ә уларҙың батырлыҡтары хаҡында оҙаҡ йылдар хәтерҙе һаҡлап ҡалыу мөмкинлеге лә булыуы менән мөһим. “Ағас ултыртыу - геройҙарыбыҙға рәхмәт йөҙөнән эшләнә, - тине Владимир. - Балалар, яҡшы уҡығыҙ, спорт менән шөғөлләнегеҙ. Һеҙ – буласаҡ Ватанды һаҡлаусылар”.
2-се мәктәпте тамамлаған Евгений Чернопеневтың әсәһе Валентина Бушуева махсус хәрби операция үткәреү зонаһында хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған улының иҫтәлегенә ағас ултыртырға килгән. Евгений Аркадьевич уҙған йылдың майында Рәсәй Ҡораллы көстәре менән контракт төҙөгән һәм штурмлау отрядының гаубицалы үҙйөрөшлө артиллерия взводында гранатометсы булып хеҙмәт иткән.“Акцияны ойоштороусыларҙың барыһына ла беҙҙең азатлыҡ һәм бойондороҡһоҙлоҡ өсөн үҙ ғүмерен ҡорбан итеп, махсус хәрби операция зонаһынан әйләнеп ҡайтмаған балаларға хөрмәт күрһәткәндәре өсөн рәхмәт әйтәбеҙ. Беҙҙең геройҙарыбыҙ, ғәзиз улдарыбыҙ мәңгегә халыҡ хәтерендә йәшәһә ине”, - тине Валентина Ивановна.
Үҙәк район дауаханаһы территорияһында 27 йүкә үҫентеһенән торған аллея барлыҡҡа килде. Уларҙы медицина һәм Россельхозбанк хеҙмәткәрҙәре ултыртты. “Киләсәктә дауахана пациенттары парктың йомшаҡ күләгәһенә ялға сығып, саф һауала йөрөй аласаҡ”, - тип билдәләне үҙәк район дауаханаһының баш табибы Жанна Карунас.
«Хәтер баҡсаһы» халыҡ-ара акцияһы сиктәрендә Башҡорт архитектура, төҙөлөш һәм коммуналь хужалыҡ колледжының Благовещен филиалы студенттары, район хакимиәте, Благовещен район-ара суд приставтары бүлеге, Өфө урмансылығы хеҙмәткәрҙәре Удельно-Дыуанай ауылы эргәһендә үҫентеләр ултыртты.

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: