Киләсәктә һәр бер кешегә, туғандарға, яҡындарға, ауылдаштарға ныҡлы һаулыҡ, илебеҙгә именлек, тыныслыҡ һәм барлыҡ изге эштәрҙә уңыштар теләп, халыҡ хәйер таратты.
Изге Ҡорбан байрамы - мосолмандарҙың иң хөрмәтле байрамдарының береһе уңайынан изге күңелле, оло йөрәкле Миңлезаһиҙа һәм Владимир Шичиндар ғаиләһе ҡорбан салып, ауылдаштары, туғандары, патронат тәрбиәгә алған балалары өсөн мул табын әҙерләне. Байрамда ҡатнашыусылар хәләл ризыҡлы аш-һыу өҫтәле, башҡарған сауаплы эштәре, ҡылған ғәмәлдәре өсөн хужаларға ҙур рәхмәт һүҙҙәрен белдерҙе, уларҙың татыу ғаиләһенә матур теләктәрен еткерҙе. Мосолман халҡы бер-береһе менән хәл-әхүәл белешеп, ил яңылыҡтары менән бүлеште, бер-береһенә изге теләктәр юлланы.
-Йылдан-йыл ауылда мосолмандарҙың ике төп - Ураҙа һәм Ҡорбан байрамдары ҙур ойошҡанлыҡ менән үтә. Ишмәндә йәшәгән төрлө дин һәм милләт вәкилдәре араһындағы үҙ-ара ихтирам һәм яҡшы мөнәсәбәт беҙҙә һәр ваҡыт татыулыҡ нигеҙе булып тора, - тип һөйләне Заһиҙә Зәкиулла ҡыҙы Шичина.