Йәйғор
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Халыҡ хәтере - мәңгелек

Благовещен районының Ишмән ауылы халҡы Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһында еңеп сыҡты. Ауылдаштар уртаҡ көс менән Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар иҫтәлегенә обелиск ҡуйырға ниәтләгән.

Изге Ҡорбан байрамы көнөндә халыҡ өмөгә сығып, буласаҡ обелисктың урынын планлаштырҙы һәм уның нигеҙенә таш һалып сыҡты. Артабан обелисктың тирә-яғын төҙөкләндереүҙә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайы депутаты Вадим Лешков биргән ҡырсынташ ҡулланыласаҡ.
-Ауылдаштарыбыҙ Дамир Әхмәров, Радик Заһитов, Виктор Бажин, Радим Заһитов, Руслан Мәғҙиев, Айҙар Уҫманов, Александр Жолобов беҙҙең тыныс тормошобоҙ өсөн йәнен-тәнен аямай, яу яландарында башын һалған яҡташтарыбыҙ, һуғыштан имен-һау ҡайтып, илебеҙ төҙөклөгө өсөн тырышып хеҙмәт һалған ветерандар иҫтәлегенә ҡуйыласаҡ обелиск өсөн майҙансыҡты төҙөкләндереүҙә ҙур ойошҡанлыҡ күрһәтте. Халыҡ хәтере – мәңгелек тигәндәй, ҡарт олаталары, бабалары иҫтәлеген күңел түрендә йәшәткән улан-ейәндәр шәхси эш-мәшәҡәттәрен ҡалдырып, ошондай изге эш башҡарҙы. Һеҙгә оло рәхмәт һүҙҙәре һәм изге теләктәремде юллайым, - тине Орловка ауыл Советы башлығы Зинфира Заһитова.

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: