Йәйғор
-5 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
16 Сентябрь 2025, 17:50

Өмөт – маҡсаттар менән йәшәйек

Элегерәк дин әһелдәре тураһында һүҙ сыҡһа,  күҙ алдына бай тормош тәжрибәһе туплаған өлкән йәштәге ағай-олатайҙар килеп баҫа торғайны. Һуңғы осорҙа йәштәр араһында иман юлын һайлаусыларҙың арта барыуы ҡыуаныслы хәл.

Өмөт – маҡсаттар менән йәшәйек
Өмөт – маҡсаттар менән йәшәйек

Дини белем алыу өсөн хәҙер дәүләтебеҙҙә бөтә мөмкинселектәр ҙә бар. Илгиз хәҙрәт Хәкимов менән таныш булыуыма тиҫтә йылдан ашыу ваҡыт үтеп тә киткән. Уның район үҙәгенең «Аҡ нур» мәсете имам-хатибы булып эшләп йөрөгән сағы. Утыҙҙы яңыраҡ ҡына аша атлап үткән йәш ир-егет ул саҡта уҡ тормошҡа айыҡ ҡарашы, төплө аҡылы, йор һүҙлелеге менән иғтибарымды йәлеп итте.  Гәзитебеҙҙә лә Илгиз Рәмил улының тәрбиә мәсьәләләренә арналған бер нисә мәҡәләһе баҫылып сыҡты. Мәскәү дәүләт университетында донъяуи, Өфөләге Мәрйәм Солтанова исемендәге мәҙрәсәлә дини белем алған уҡымышлы кеше ул.

– Был донъяла йәшәү – бик ҙур бәхет. Уның ҡәҙерен белеп шөкөр итәйек. «Бер ҡыйынлыҡ менән бер еңеллек килә», тип әйтелә аятта. Барыбыҙға ла сабыр булыу кәрәк, туғандар. Беҙҙе һынау өсөн ҡайғы-хәсрәттәр килеп торор, сабырлыҡ уларҙы еңеп сығырға ярҙам итер. Аҡыл, киләсәккә өмөт-маҡсаттар менән йәшәйек, балаларыбыҙға дөрөҫ тәрбиә бирәйек, – тип яҙғайны ул бер мәҡәләһендә.

Хәҙерге көндә Илгиз Хәкимов тыуған ауылы Нимесләрҙә «Сөләймән» мәсетенең имам-хатибы. Халыҡ менән берлектә иман йортонда төҙөкләндереү эштәре башҡарылған. Мәсеттә олоһон да, кесеһен дә йыш осратырға була. Хәҙрәт ғәрәп, иҫке төрки телдәренән дәрестәр ҙә бирә.

Ауылда матур, етеш йәшәйем, тиһәң, егәрле лә булырға, иҡтисад  ҡанундарын яҡшы белергә лә кәрәк. Илгиз Рәмил улына ҡортсолоҡ та, ҡош-ҡорт, эре малдар үрсетеү ҙә яҡшы таныш. Күптән түгел ул адреслы социаль ярҙам программаһында ҡатнашып, һарыҡтар, улар өсөн витаминлы ҡатнаш аҙыҡ һатып алған. Иҫәбе – үҙ ихатаһында тәрбиәләп үҫтергән малды Ураҙа һәм Ҡорбан байрамдарында халыҡҡа тәҡдим итеү. Һуңғы осорҙа хәләл аҙыҡ-түлеккә ихтияж арта бара.

Хәҙрәттең әйткән һүҙе менән ҡылған ғәмәле араһында айырма юҡ. Үҙе яҙғанса, төплө аҡыл, киләсәккә ҙур өмөт – маҡсаттар ҡуйып йәшәй Илгиз Рәмил улы.

Бындай ярҙам Рәсәй Президенты Владимир Путин башланғысы менән «Ғаилә» милли проекты сиктәрендә күрһәтелә. Социаль контракттар шәхси хужалыҡты үҫтереүгә йәки үҙ эшен ойоштороуға булышлыҡ итә, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙең һәм яңғыҙ йәшәгән граждандарҙың йәшәү сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән.

 

Автор:
Читайте нас