Йәйғор
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
30 Май 2023, 10:44

Благовещен педагогы – республика конкурсы лауреаты

Лариса Георгиевна Фисенко – Башҡорт архитектура, төҙөлөш һәм коммуналь хужалығы колледжының Благовещен филиалы уҡытыусыһы урта һөнәри белем биреү өлкәһендәге хеҙмәткәрҙәр араһында «остаздарҙан лайфхактар» номинацияһында абсолют еңеүсе булды.

Благовещен педагогы – республика конкурсы лауреаты
Благовещен педагогы – республика конкурсы лауреаты

Йәмле майҙа «Башҡортостан Республикаһының мәғариф ойошмаларында һөҙөмтәле остазлыҡ практикаһы» республика конкурсы еңеүселәрен һәм лауреаттарын бүләкләү тантанаһы үтте.

Лариса Георгиевна Фисенко – Башҡорт архитектура, төҙөлөш һәм коммуналь хужалығы колледжының Благовещен филиалы уҡытыусыһы урта һөнәри белем биреү өлкәһендәге хеҙмәткәрҙәр араһында «остаздарҙан лайфхактар» номинацияһында абсолют еңеүсе булды. Бүләкләнгәндән һуң иң яҡшы остазлыҡ практикалары семинарында «СПО системаһында педагог-уҡытыусы роле» буйынса ул оҫталыҡ дәресе лә үткәреп, хеҙмәттәштәренең маҡтау һүҙҙәренә лә лайыҡ булған.

Беҙ Лариса Георгиевнаны республика конкурсында еңеүе, шулай уҡ республиканың мәғариф системаһында күп йыллыҡ һәм намыҫлы хеҙмәте өсөн Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнеүе уңайынан ҡотлайбыҙ. 

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: