Йәйғор
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
17 Август 2023, 15:51

Халыҡ фольклоры “Йәшмәләр” ҙә йәшәй

Исеме күптән инде сәнғәт әһелдәре араһында киң билдәле булған бейеүсе, оҫта ойоштороусы Зилә Иҫәнгилдина Иглин районының Аҡбирҙе ауыл клубында “Йәшмәләр” башҡорт фольклор ансамблен ойошторған.

Халыҡ фольклоры “Йәшмәләр” ҙә йәшәй
Халыҡ фольклоры “Йәшмәләр” ҙә йәшәй

Исеме күптән инде сәнғәт әһелдәре араһында киң билдәле булған бейеүсе, оҫта ойоштороусы Зилә Иҫәнгилдина Иглин районының Аҡбирҙе ауыл клубында “Йәшмәләр” башҡорт фольклор ансамблен ойошторған.

Халҡыбыҙҙың данлы тарихын, ынйыларға тиң йолаларын, быуаттар төпкөлөнән яңғыраған йыр-моңон, ата-бабаларҙан ҡалған   ауыҙ-тел ижадын һаҡлау маҡсатында үҙенең эшен йәнле генә башлап ебәргән был ансамбль.

“Йәшмәләр” ҙә башҡорт мәҙәниәтенең киләсәгенә битараф булмаған төрлө йәштәге, төрлө һөнәр кешеләре бер үк теләк, уй-маҡсат менән янып йәшәй, бер-береһе менән аралашып, ҡанатланып ижад итә һәм рухи ҡәнәғәтләнеү кисерә. Ансамблдең әүҙем ағзалары  Әлфиә Сафина,Зимфира Насирйәнова, Луиза Баязитова, Әлиә Ғайсина, Гөлназ Өмөтбаева, Гөлнур Диниева,Айгөл Мирвәлиева, Гөлнара Абрамова  коллектив эшендә әүҙем ҡатнашып, халҡыбыҙ мәҙәниәтен күтәреүҙә ҙур тырышлыҡ  һала. Улар Зилә Фәрит ҡыҙы етәкселегендә онотолоп барған милли кейем өлөштәрен, биҙәнеү әйберҙәрен тергеҙә.

“Йәшмәләр” ҙең етәксеһе Зилә Иҫәнгилдина һәр бер сығыштың ҡабатланмаҫ матур булыуына күп көс һала. Ижади ҡарашлы етәксе сәхнәлә башҡарыласаҡ һәр бер йырҙы халыҡ ҡабул итһен өсөн эҙләнә, ижад итә, камиллаштыра. Уларҙың йөкмәткеле сығышынан ҡәнәғәт ҡалған тамашасы «Афарин!» тип ҡеүәтләп, көслө алҡыштарға күмә.

Автор:Лира Батыргәрәева
Читайте нас: