Йәйғор
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
21 Август 2023, 11:45

Һандуғас керҙе күңелгә...

Иглин районының Аҡбирҙе ауыл клубының “Һандуғас” фольклор ансамблен етәкләгән Илнар Диниев әйтеүенсә, был ансамбль бер нисә ай элек кенә ойошторолған. Үҙе клуб мөдире, ансамбль етәксеһе һәм аккомпаниатор вазифаларын берҙәй үтәгән Илнар Илдус улының мәшәҡәттәре күп булыуға ҡарамаҫтан, ул “Һандуғас”тың ағзаларын бергә туплай алған һәм артабанғы эштәргә йүнәлеш биреүгә өлгәшкән.

Һандуғас керҙе күңелгә...
Һандуғас керҙе күңелгә...

Улар татар халҡының йыр-бейеүен, фольклорын, ғөрөф-ғәҙәттәрен тамашасыға еткереү маҡсатында ҙур эштәргә тотонған.

          -Коллективтың барса ағзалары ла ике тауышҡа йырлап өйрәнде. Алдағы репертуарға татар халҡының уйын ҡоралдарын өҫтәргә лә иҫәп бар. Коллектив ағзалары бик эшлекле, тәҡдимдәре лә етерлек. Улар үҙ өҫтөндә лә ныҡлы эшләй, халыҡ араһында һәләттәрен күрһәтеп, тамашасының кәйефен күтәрә. Әлеге мәлдә тамашасыға күрһәтерҙәй, сәхнәгә сығарырлыҡ әҙер композицияларыбыҙ бар. Яңы сезон башланыуға ансамбль яңы ағзалар менән тулыланыр тигән өмөт менән йәшәйем. Киләсәктә район сараларынан тыш, республика күләмендә үткән байрамдарҙа ла ҡатнашыу теләге көслө, - тип һөйләне Илнар Диниев.

Әле яңыраҡ улар үҙҙәренең дәртле сығыштары менән “Башавтотранс” дәүләт унитар предприятиеһы хеҙмәткәрҙәре араһында ойошторолған һөнәри оҫталыҡ ярыштарында, район һабантуйында, “Ҡаймаҡ байрамы” нда тамашасылар алдында гөрләтеп сығыш яһаған.

Ансамблгә моңо менән данлы һандуғас ҡошоноң исемен һайлаған етәксе, уның ағзалары ла халыҡтың өмөттәрен берҙәй аҡлар. “Һандуғас” тар дәртле йыр-моңо менән тамашасыһын оҙаҡ йылдар шатландырып  һәм дәртләндереп кенә йәшәр.

Әйткәндәй, Илнар Илдус улының ҡатыны Гөлнур Рәшит ҡыҙы ла ошо уҡ Аҡбирҙе ауыл клубының художество етәксеһе булып эшләй. Өйҙә лә, эштә лә бер-береһенә терәк, таяныс була белгән Диниевтарҙың уй-фекерҙәре, башҡарған эштәре уртаҡ. Улар төрлө милләт вәкилдәренең ғөрөф-ғәҙәттәрен, йыр-моңон халыҡҡа еткереү маҡсаты менән бик күп эштәр башҡара.

Халыҡты тормош мәшәҡәттәренән арындырып, уларҙың күңеленә рухи орлоҡ һәм өмөт һалыу йәһәтенән Диниевтарҙың тырышлығы оло баһаға лайыҡ. Шуға ла уларҙың тырыш хеҙмәте әле яңыраҡ “Аҡбирҙе дуҫтарын йыя” тигән исем аҫтында үткән ауыл байрамында билдәләнгән. Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты, Башҡортостан Республикаһы татарҙары конгресы йәмәғәт ойошмалары тарафынан улар башҡорт,татар халыҡтарының мәҙәниәтен, сәнғәтен үҫтереүгә һәм милли йолаларҙы пропагандалауға ҙур өлөш индергәндәре өсөн рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.

“Атаһына ҡарап - улын, әсәһенә ҡарап ҡыҙын һөй” тигәндәй, 20 йыл татыу йәшәгән был ғаиләлә аҡыллы һәм һәләтле балалар буй еткерә. Өфө фән һәм технологиялар университетында уҡыған Айгиз “Ҡош юлы” телевизион проектында автор башҡарыусы булараҡ ҡатнашып, финалист исемен алған. Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге республика һынлы сәнғәт интернат-гимназияһының 9-сы класын тамамлаған Ынйы Диниевала ағаһынан ҡалышмай. 2023 йылдағы профессиональ оҫталыҡ буйынса "Профессионалдар" чемпионатының һәм Башҡортостан Республикаһында юғары технологиялар чемпионатының төбәк этабында был тырыш ҡыҙ беренсе урын яулаған. Уңыштары араһында иң һөҙөмтәлеһе тип Ынйы тап ошо еңеүен иҫәпләй ул.

  Мәҙәниәт өлкәһенең тынғыһыҙ эшсәндәре булған ирле-ҡатынлы Диниевтар кешеләргә сәнғәт донъяһы менән аралашыуҙа шатлыҡлы минуттар бүләк итеп кенә ҡалмай, халҡыбыҙҙың күркәм, матур йолаларын һаҡлап, уларҙы артабан ижади үҫтерә, тормошобоҙға яҡшы кәйеф һәм байрам төҫө өҫтәй. Был ижади ҡарашлы ғаиләгә яңынан-яңы ҡаҙаныштар һәм ижади үрҙәр юлдаш булһын!

Автор:Лира Батыргәрәева
Читайте нас: