Йәйғор
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
12 Сентябрь 2023, 10:33

Нөрлөгә - 440 йыл!

Өфө районының Николаевка ауылынан бер нисә саҡрым алыҫлыҡта Нөрлө ауылы урынлашҡан. Яңыраҡ был бай тарихлы ауыл үҙенең 440 йыллыҡ юбилейын билдәләне! Был ваҡиғаға бөтә Өфө районы алдан әҙерләнде!

Нөрлөгә - 440 йыл!
Нөрлөгә - 440 йыл!

Ауыл халҡы, бөтә район һәм республика ҡунаҡтары был сағыу һәм күләмле сараның шаһиты һәм ҡатнашыусыһы булды. Алты баянсы башҡарған татар көйҙәре аҫтында халыҡ үҙәк урам буйлап һәләк булған яугирҙәрҙең исемдәре яҙылған мемориалға тиклем үтте. Байрамдың абруйлы ҡунаҡтары - Өфө районы хакимиәте башлығы Николай Ельников, Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһы депутаты Римма Үтәшева, Башҡортостан Республикаһының торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Вилорий Угаров нөрлөләр менән Ҡайғылы Әсә һәйкәленә сәскәләр һалды. Иҫтәлекле дата хөрмәтенә белем усағының тирә-яғына ағастар ултыртылды.

Юбилейға ҡағылышлы саралар былтыр капиталь ремонт үткәрелгән заманса Нөрлө мәктәбе алдындағы майҙанда ойошторолдо. Бында ауылдың иң оло йәштәге кешеһе – 106 йәшлек Шәһиҙә Нуриздан ҡыҙы Кәбирова, яңы тыуған сабый Әминә тәбрикләнде. Район хакимиәте башлығы Николай Ельников махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләрен, иң яҡшы педагогтарҙы ла иғтибарһыҙ ҡалдырманы. Шулай уҡ юбиляр, күп балалы ғаиләләр, медицина, агросәнәғәт комплексының иң яҡшы хеҙмәткәрҙәре, әүҙем халыҡ билдәләнде. Шулай уҡ Николай Ельников Николаевка ауыл биләмәһе башлығы вазифаһын башҡарыусы Динә Ғәфүроваға Нөрлө ауылындағы күлгә «Аҡҡош» исемен бирелеүе тураһында сертификат тапшырҙы.

Тарих өсөн 440 йыл - бер мәл генә, ләкин ауыл өсөн был үҫеш, эҙләнеү осоро, Өфө районында лайыҡлы ғына түгел, күп күрһәткестәр буйынса алдынғы урынды биләүгә өлгәшкән осор. Үткән ваҡыт менән хаҡлы ғорурланырлыҡ, күп милләтле халҡын данларлыҡ һәм уларҙы хөрмәт итеүҙе иҫбатлаған был данлы йылдар! 

Нөрлөгә - 440 йыл!
Нөрлөгә - 440 йыл!
Читайте нас: