Күптән түгел хаҡлы ялға сыҡҡан Лидия Николаевна 1999 йылдан «Художестволы кәсептәр» берекмәһе етәксеһе була.
-Һәр уҡыусымда сәнғәткә һөйөү тәрбиәләргә тырыштым. Беҙ балсыҡ әүәләп, төрлө һындар яһаныҡ,тал үреп, унан да нәзәкәтле әйберҙәр ижад иттек һәм ағасҡа биҙәк төшөрөү менән шөғөлләндек. Әлегә тиклем өйҙәге кәштәләрҙә тәрбиәләнеүселәрем - ҡыҙҙар һәм малайҙарҙың ҡул эштәрен ҡәҙерләп һаҡлайым. Уларҙың күбеһе үҙҙәре өлкәнәйеп, күптән инде ата - әсә булған, - тип һөйләй Лидия Николаевна. -Ике меңенсе йылдар башында модалы гаджеттар, интернет селтәре юҡ ине. Шул осорҙа төрлө түңәрәк-секцияларҙа һәләтле балалар бик күп була торғайны. Улар ижадҡа бирелгән быуын вәкилдәре булып минең хәтеремдә уйылып ҡалған.
Лидия Сәйфәталова үҙенең эҙенән барған уҡыусылары хаҡында ла оло ғорурлыҡ менән һөйләй. Улар араһында Благовещен балалар сәнғәт мәктәбе педагогы Марина Завьялова ла бар.
- Башта беҙ дуҫым менән Лидия Николаевна етәкләгән балсыҡтан ҡойоп яһалған әйберҙәр түңәрәгенә барҙыҡ. Бик ярҙамсыл һәм изге күңелле педагог, һәр бала менән шәхси мөғәлләмә булдырырға тырыша ине. Материалды ул гелән үҙе әҙерләне, беҙгә дөрөҫ йүнәлеш тә бирә белде. Хәҙерге педагог күҙлегенән бының ни тиклем ауыр һәм ҡиммәт икәнен яҡшы аңлайым. Лидия Николаевна беҙҙе күп нәмәгә өйрәтте.Тап ул миңә сәнғәт мәктәбенә барырға кәңәш итте.Тап ошо һайлаған юлым киләсәктәге минең тормош һуҡмағымды табырға йүнәлеш бирҙе, - тип уртаҡлашҡан Марина Завьялова остазына рәхмәт һүҙҙәрен дә еткерҙе.