Республика, район тантаналарының байтағы был ансамбль ҡатнашлығынан башҡа үтмәй. Һуңғы йылдар эсендә күпме халыҡ ижады өлгөләре булған уйын, йолалар сәхнәләштерелгән, төрлө фестивалдәрҙә һәм конкурстарҙа бихисап наградалар яуланған. Киләсәктә тағы ла илһамланып эшләргә үҙендә күпме көс һәм дәрт тойған ансамбль ағзалары етәкселәре Ләйсән Ғәли ҡыҙы Йәнбирҙина менән ноябрь айының һалҡын бер кисендә ауыл халҡына һәм килгән ҡунаҡтарға матур тамаша бүләк итте. Матур сараның ҡото, йәме булған артистарҙың һәр сығышын йыр-моң һөйөүселәр көслө алҡышланы. Уларҙың йыр-моңо, дәртле бейеүҙәре, тетрлаштырылған уйындары, күрһәткән йолалары тамашасының күңел ҡылдарын тибрәтеп кенә ҡалманы, ә алдағы көндәргә ышаныс уятып, дәртләндереп тә ебәрҙе. Бай йөкмәткеле сағыу тамаша коллективтың башҡарыу оҫталыҡтары кимәленең юғары булыуын тағы ла бер ҡат раҫланы. “Йәшмәләр”ҙең ҡыҙҙары һәм егеттәре үҙенсәлекле тауыштары менән залдағыларҙы илаһи моңо менән арбаны.
Оҫта етәксе, һәләтле Ләйсән Йәнбирҙина ойошторған “Аҡбуҙат” балалар фольклор ансамбленең сәхнәлә тәү башлап сығыш яһауы ла оло мәртәбә булды. Тимәк, “Йәшмәләр” ҙең артынан ныҡлы атлап килгән ансамбль бар, йолалар, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе дауам итерҙәй йәш быуын үҫеп килә.
Шамонин ауылынан килгән киң билдәле конкурс-фестивалдәр лауреаты, донъяны оноторлоҡ итеп бейегән “Наза” халыҡ бейеү ансамбленең (етәксеһе Светлана Батыршина), "Звёздный экспресс " (Василина Хәсәнова) өлгөлө бейеү театрының сығыштары, Нариман Сабитов исемендәге премия лауреаты, автор-башҡарыусы Ләйсән Шәрипованың, Бөтә донъя, Рәсәй конкурс-фестивалдәре лауреаты, билдәле йырсы Ләйсән Йәнбирҙинаның моңло йырҙары был сараға йәм өҫтәне.Тамашасы йөрәген яулаған йырсыларыбыҙ Элмир Әбүбәкиров менән Гүзәл Ғәлләмова концертты оҫта итеп алып барҙы. Сара барышында исемдәре Рәсәй, республика кимәлендә киң билдәле, сәхнә өсөн генә яратылған егеттәр, Ләйсән Ғәли ҡыҙының уң ҡулы, ансамблдең ныҡлы тотҡаһы булған популяр ҡурайсы Азамат Зиннәтуллиндың ҡурай, һәр яҡлап килгән оҫта баянсы Айрат Ғәлиевтың баян моңдары көслө алҡыштарға күмелде.
“Йәшмәләр” ҙең һәләтле һәм әүҙем ағзаларына Алексеевка район мәҙәниәт һарайы директоры Айрат Халиҡов оло рәхмәт һүҙҙәре әйтеп, уларҙы маҡтау ҡағыҙҙары һәм сертификаттар менән бүләкләне. Айрат Йәғәфәр улы ансамбль етәксеһе Ләйсән Йәнбирҙинаны төрлө һөнәр эйәләрен серле сәнғәт донъяһына ылыҡтыра, һәләттәрен аса алғаны өсөн маҡтаны, коллективҡа артабан да ижади уңыштар теләне. Бөтә донъя һәм Рәсәй конкурстары лауреаты, Татарстан Республикаһының атҡаҙанған артисы исеменә эйә булған дәртле, талантлы Айрат Халиҡов “Йәшмәләр”ҙе ғүмерлек юлдашы булған баянында дәртле бейеү көйҙәрен башҡарып тәбрикләне.
“Йәшмәләр” башҡорт халыҡ фольклор ансамбле сәнғәт һөйөүселәрҙе яңы репертуар менән шатландырып ҡына ҡалманы, матур ойошторолған байрам шатлығы һәм ғорурлығы менән дә уртаҡлашты. Ансамблдең ижад ҡанаттары нығынғандан-нығына барһын, улар һәр саҡ талпынып, осошта булып, саф шишмәләй сылтырап ағып, урғылып торһон! Ижад ҡомары һүнмәй, уларҙы алда яңы ижади асыштар һәм үрҙәр көтһөн.