«Аҡбуҙат» һәм «Тирмәкәй» башҡорт төркөмдәре тәрбиәләнеүселәре «Аҡ инәйҙәр» йәмғиәтенең ҡәҙерле ҡатын-ҡыҙҙарын ҡаршы алды. Шамонинда йәшәүсе өләсәйҙәр һәм башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте ағзалары халҡыбыҙҙың мәҙәниәтен һаҡлай һәм арттыра. Тап ошо йылдар буйы тупланған белемен, тормош тәжрибәһен улар сабыйҙар менән уртаҡлашырға тип йыш килә.
«Аҡ инәйҙәр» балаларҙы башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли кейеме элементтары: түшелдерек, камзул, күлдәк, баш кейеме (ҡашмау) менән таныштырҙы. Өләсәйҙәр үҙ ҡулдары менән бешергән башҡорт милли ризыҡтарын - бәлеш, талҡан, ҡыҙыл эремсек, ҡыҫтыбай, ҡоймаҡ, йыуаса алып килде һәм уларҙы нисек һәм нимәнән әҙерләүҙәрен һөйләне.
Байрам йылы һәм уңайлы шарттарҙа үтте, балалар өләсәйҙәр башҡарыуында халыҡ йырҙарын рәхәтләнеп тыңланы һәм ҡунаҡтарға «Шаян ҡыҙ» бейеүен бүләк итте, халыҡ йырҙарын башҡарҙы.
“Аҡ инәйҙәр” - Өфө районы мәктәптәрендә һәм балалар баҡсаларында даими ҡунаҡтар. Улар сәхнәлә сығыш яһауҙан тыш, уҡытыусыларға балаларҙа илһөйәрлек тәрбиәләүҙә ярҙам итә һәм башҡорт халҡының милли мәҙәниәте һәм фольклоры аша әңгәмәләр үткәрә.