Махсус хәрби операция сиктәрендә хәрби бурыстарын үтәгән Рәсәй хәрбиҙәренә ярҙам итеү маҡсаты менән ойошторолған концертта һәләтле Роза Кучумова етәкселегендә “Аҫылйәр” фольклор төркөмөнөң һәүәҫкәр артистары сығыш яһаны. Оҫта ойоштороусы, “Еңеү яҙы” конкурсы лауреаты, “Ауылыма” йыры менән Гран-при яулаған автор-башҡарыусы, тәбиғәттән бирелгән моңло тауышлы, ижади ҡарашлы Роза Әсләм ҡыҙы Кучумова әҙерләгән концерттың һәр номеры сағыу, йөкмәткеле булды. Һәр бер сығыш барлыҡ килеүселәрҙең күңеленә хуш килде, күңел ҡылдарын тибрәтерҙәй моңдар, дәртле бейеүҙәргә бер кем дә битараф ҡала алманы.
Өлкәндәрҙән Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәис Зәйнуллин, Нәсимә Әкимбәтова, Зөбәржәт Белькова, Сажидә Ҡадирова, Винира Мирхәзоваларға тиңдәр булманы. Йырға, бейеүгә оҫта апайҙар йәштәрҙән бер ҙә ҡалышмай ысын әртистәрсә сәхнәне гөрләтте. Әлфирә Олейникова, Гүзәл Мәүлимшина, Илгизә Нурмөхәмәтова, Галина Хисаметдинова, Венера Бикбулатова, Гөлфиә Зариповаларҙың сығыштары концертты йәмләп кенә ҡалманы, улар тамашасы һөйөүенә лә лайыҡ булды. Гөлфиә Зарипова ҡыҙы Ҡәҙриә, улы Денислам менән концерттың матур биҙәге булды тиһәм, һис тә яңылышмам. Өфөнән килгән ҡунаҡтар башҡарыуындағы йырҙарға ла халыҡ ҡушылып йырлап ултырҙы. Республикала уҙған күп һанлы конкурс лауреаттары, “Башҡортостан” дәүләт концерт залының “Поколение” академик хоры солисткалары Гүзәл Яҡупова, Резидә Шәрәфетдинова, һәүәҫкәр йырсылар Альберт Икрамов, Ирина Гуц, Айгөл Гуц, Линар Фәррәховтар башҡарыуында яңғыраған һәр йыр тыуған ер, илһөйәрлек, Ватаныбыҙ һәм бөгөн уны яҡлаусылар өсөн оло ғорурлыҡ, һөйөү хистәре менән һуғарылғайны.
Билеттар һатыуҙан килгән бөтә аҡса мобилизацияланған граждандарға ярҙам итеүгә йүнәлтеләсәк.
Сара барышында Дмитриевка ауыл хакимиәтенә ҡараған Подымалов ауылы халҡының Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһына ҡушылыуы тураһында ла һүҙ барҙы. Программаға ҙур теләк менән ҡушылған ауыл халҡы бер тауыштан мәктәп ҡаршыһына күп функциялы балалар майҙансығын ҡуйыу проектын хуплап сыҡты. Инициатив төркөм һайланып, ауылда йәшәгән бар халыҡ кәңәш ҡорҙо. Подымаловтар булыр, тигән өмөттә. Улар киләсәктә был программа эшләп, алда ла бик күп һорауҙарҙы хәл итергә ярҙам итер тигән теләктә ҡала.
Шулай гөрләп торһон ине ауылдарыбыҙ, мәҙәниәт усаҡтарынан йыр-моң ағылһын, халыҡ йырлап йәшәһен ине!Илебеҙ күге тыныс, күңелебеҙ күтәренке, тормошобоҙ йәмле булһын!