Йәйғор
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
27 Декабрь 2023, 17:01

Йырлы, йәмле тамаша

Өфө районы Алексеевка ауыл мәҙәниәт йортонда йәш тамашасылар өсөн «Яңы йыл экспресы» исемле интерактив мюзикл ойошторолдо. Балалар әкиәттәре һәм йәнһүрәттәре персонаждарының төрлөлөгө мауыҡтырғыс һәм онотолмаҫлыҡ әкиәт атмосфераһын булдырҙы.

Йырлы, йәмле тамаша
Йырлы, йәмле тамаша

Мөғжизәле Яңы йылды һәр кеше көтөп ала. Өлкәндәр үткән йылға йомғаҡ яһап, киләһе йылға маҡсаттар ҡуйған арала, балалар күңелле байрамдан яңы йыл бүләктәре һәм йәмле тамаша көтөп алды.
Өфө районы Алексеевка ауыл мәҙәниәт йортонда йәш тамашасылар өсөн «Яңы йыл экспресы» исемле интерактив мюзикл ойошторолдо. Балалар әкиәттәре һәм йәнһүрәттәре персонаждарының төрлөлөгө мауыҡтырғыс һәм онотолмаҫлыҡ әкиәт атмосфераһын булдырҙы. Күңелле уйындар, йырҙар, бейеүҙәр, татлы бүләктәр балаларҙы ҡыуандырҙы һәм уларҙың күңелендә онотолмаҫ тәьҫораттар, хәтирәләр ҡалдырҙы!

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: