– Ғаиләбеҙҙә бөтәһе лә йыр-моңға ғашиҡ тиһәм дә һис яңылышмам. Олатайым, әсәйем, ағайым да табындарҙа йырлай торғайнылар. Ә үҙем бәләкәйҙән үк ишеткән йырҙарымды гел йырлап йөрөй инем. 2-се класта уҡығанда Дәүләкәндә үткән йыр бәйгеһендә ҡатнашып, шунан башланып китте, сәхнә ене ҡағылды ла инде, - ти Айгөл йылмайып.
Шишмә ҡасабаһына «Солнышко» балалар баҡсаһында эшләй башлаған йәш ҡатындың күңеле гел сәхнәгә ынтыла, ниһайәт Мәҙәниәт йортона эшкә урынлаша. Һуңғы 5-6 йыл эсендә Айгөлдө халыҡ йырҙары, бигерәк тә йәштәр араһында онотола барған оҙон көйҙәр ҡыҙыҡтыра башлай. Республикабыҙҙа ойошторолған оҙон көй бәйгеләрендә әүҙем ҡатнаша башлай: «Ирәндек моңдары», «Юлдаш йыры», «Ашҡаҙар моңдары».
– «Зөлхизә», «Асылыҡай буйы», «Таштуғай», «Төйәләҫ» – минең яратып башҡарған йырҙарым. Планымда – «Ашҡаҙар», «Томан» һәм «Һандуғас» халыҡ йырҙарын да өйрәнеп, репертуарыма керетеп ебәреү, - ти йәш йырсы.
Тормош иптәшем Ирек Флюр улы минең ысын таянысым, уның яғымлы ҡарашы, саф йөрәктән әйткән һүҙҙәре миңә ҡанат ҡуя, - ти Айгөл Салауат ҡыҙы. - «Ашҡаҙар моңдары» конкурсында ҡатнашып урын яулауымды белгәс, ҡәйнәм дә, әсәйем дә шалтыратып, һин беҙҙең ғорурлығыбыҙ, ҡыуанысыбыҙ, тип хуплап шатлыҡтарын еткерҙеләр. Татыу йәшәйбеҙ, – тип дауам итә әңгәмәсем.
Халҡыбыҙ моңдарын халҡыбыҙға, йәш быуынға түкмәй-сәсмәй еткереүсе, Айгөл Ғәзиева кеүек йырсыларыбыҙ бар саҡта, моңобоҙ өҙөлмәҫ, йырыбыҙ бөтмәҫ. Уңыштар һиңә, Айгөл!