Йәйғор
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
22 Ғинуар , 09:03

Үҙебеҙҙең һылыу бит ул!

- Наҙгөлөбөҙ ысын ижад кешеһе. Үҙебеҙҙең һылыу бит ул! - тип һөйләй Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто директоры Фәриҙә Илюшкина, хореография бүлеген етәкләүсе Наҙгөл Ғөбәйҙуллина тураһынд

Үҙебеҙҙең һылыу бит ул!
Үҙебеҙҙең һылыу бит ул!

Ҡасандыр ошо ижад йортона йөрөгән ҡыҙ, бөгөн үҙе Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамамлап, йәш белгес булып эш башлай.

-Студент сағында ла хореографик төркөмдәр менән эш алып барҙы, – тип үҙенең һүҙен дауам итә Фәриҙә Фәүзи ҡыҙы.

«Бусинки» һәм «Грация» бейеү ансамблдәренең өлкән төркөмдәренә йөрөүселәр менән шөғөлләнә ул. “Ояһында ни күрһә, осҡанында шул була”- ти халыҡ мәҡәле. Наҙгөлдөң әсәһе Ғәйшә Шәкирйән ҡыҙы икәнен белгәс, ата-әсәләр балаларын ошо төркөмгә бирергә ынтыла. Ғәйшә Ғөбәйҙуллина оҫта бейеүсе генә түгел, оҫта бейеү һалыусы ла. Киң билдәле «Байыҡ» республика бейеү конкурсында еңеү яулаған кеше, ҡыҙына ла бейеү нескәлектәрен үҙе өйрәткән. Йыл аҙағында үткән «Аҡ ҡанаттар» («Белые крылья») халыҡ-ара конкурс-фестивалдә ҡатнашып, «Graсе» хореографик берекмәһе «Заман бейеүҙәре» номинацияһында Гран-при яуланы.

- Был төркөмгә 14-15 йәшлектәр йөрөй. Уларҙың ялҡынлы, дәртле, ҡырҡыу хәрәкәтле бейеүенә жюри оло баһа бирҙе. Үҙ эшемде яратып, ихтирам менән башҡарам, быны балалар яҡшы һиҙә, улар ҙа ыңғай ҡараш, ихтирам менән яуап бирә, - ти Наҙгөл Флорит ҡыҙы.

Үҙ юлын табып, унан илһам алып, балаларға ла өләшеп эшләй, йәшәй белә Наҙгөл.

- Хәҙерге ҡатмарлы бер заманда балаларҙы телефон, компьютерҙан айырып алыу, сәхнәгә сығарыу оло батырлыҡҡа тиң. Ата-әсәләр ҙә был юҫыҡта тырышып эш алып бара. Ижад йортона йөрөүселәр тормошта ла бер ҡасан юғалып ҡалмай, үҙ юлын табып, дөрөҫ һөнәр һайлай белә. Эшебеҙ бушҡа түгел, тип тырышабыҙ,- ти Пионерҙар һәм балалар ижад йорто директоры Фәриҙә Илюшкина.

Автор:Айгөл Шаймөхәмәтова, Шишмә районы.
Читайте нас: