Йәйғор
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
26 Ғинуар , 14:44

Эмир телешоуҙа ҡатнашты

Өфө районының Михайловка ауылынан биш йәшлек Эмир Пайдем Мәскәүгә барҙы. Ул «Бөтәһенән дә яҡшыраҡ» (“Лучше всех”) телешоуында Башҡортостан исеменән сығыш яһаны. Үҙенең сығышында ул геройҙың үгеҙ менән алышы хаҡында бәйән иткән «Урал батыр» башҡорт халыҡ эпосынан өҙөк һөйләне. Эмир әйтеүенсә, тапшырыуға төшөрөү барышында ул бер ҙә борсолмаған, алып барыусының һорауҙарына тулы итеп яуап биргән. Хәҙер инде ул үҙен телевизорҙан күрһәтеүҙәрен түҙемһеҙлек менән көтә ҡала.

Эмир телешоуҙа ҡатнашты
Эмир телешоуҙа ҡатнашты

- Беҙ әсәйем менән башҡа халыҡтарҙың да эпостарын уҡыныҡ. Яратҡан телем - башҡорт телендәге «Урал батыр» эпосын юҡҡа ғына һайламаным. Шуға ла тапшырыуҙа тап ошо эпостан өҙөк һөйләнем, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Эмир. - Өләсәйем һәм олатайым менән Мәскәүҙә бер аҙна йәшәнек һәм бик күп ҡыҙыҡлы экскурсияларға йөрөнөк. Илебеҙҙең баш ҡалаһынан тиң матур иҫтәлектәр менән ҡайттыҡ.
Эмирҙең өләсәһе Мәскәүгә барыуҙы ойошторорға ярҙам итеү үтенесе менән Өфө район Советы депутаты Владимир Әхтәмовҡа мөрәжәғәт иткән. Изге йөрәкле депутат Башҡортостандың тарихы һәм мәҙәниәте менән мөмкин тиклем күберәк кешене таныштырыу башланғысын хуплап, ҡыҙыҡһыныусан, һәләтле Эмиргә матди яҡтан ярҙам күрһәтеп, уның хыялын тормошҡа ашырған.
Эмир Пайдем артабан да яҡташтарын сағыу сығыштары менән ҡыуандырһын!

Эмир телешоуҙа ҡатнашты
Эмир телешоуҙа ҡатнашты
Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: