Йәйғор
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
30 Ғинуар , 09:35

Уңғандарға уңыш юлдаш

Милли йолаларҙы, ғөрөф - ғәҙәттәрҙе тергеҙеүҙә әүҙем ҡатнашҡан туған тел һәм әҙәбиәте уҡытыусылары даими рәүештә Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайы исеменән билдәләнеп һәм бүләкләнеп килә. Ундайҙар Нуриман районында ла бар. Был абруйлы ойошманың Рәхмәт хатына Яңы Субай мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Сәриә Мансур ҡыҙы Йәркәева лайыҡ булды.

Уңғандарға уңыш юлдаш
Уңғандарға уңыш юлдаш

Сәриә Мансур ҡыҙының тыуған төйәге Архангел районының Ҡыҫынды ауылы. Бәләкәй саҡтан спорт яратҡан йәш ҡыҙ урта мәктәпте тамамлағас, Стәрлетамаҡ физкультура техникумына уҡырға инә һәм 2002 йылда ҡулына диплом ала. Хеҙмәт юлын Байгилде ауыл лицейында башлай, унан Иҫке Бүрес мәктәбендә лә эшләп ала. Артабанғы яҙмышы уның Яңы Субай ауылы мәктәбе менән бәйле. Физкультура уҡытыусыһы булараҡ Сәриә Мансур ҡыҙы район кимәлендә үткәрелгән төрлө спорт ярыштарында әүҙем ҡатнаша, уҡыусылары ла яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә.

         2008 йылда мәктәп етәкселеге Сәриә Мансур ҡыҙына башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен уҡытырға тәҡдим итә. Ул ең һыҙғанып эшкә тотона, тейешле курстарҙы ла тамамлай. Районда ул нәфис һүҙ һәм йыр оҫтаһы  булараҡ билдәле. Ғайнан Хәйри, Найлә Әйүпова ижадтарына арналған шиғри бәйгеләрҙә, йыр конкурстарында ҡатнашып беренсе урындарҙы яулай.

         Йәркәевтәрҙең ғаиләһендә дүрт бала. Артур менән Айнур Өфө колледждарында белем алһа, Айлина менән  Алина әлегә ата - әсәләре янында.

         Ышанып тапшырылған һәр эште яратып, еренә еткереп башҡарған Сәриә Мансур ҡыҙын яҡындары, таныштары, ауылдаштары уңғанлығы, ярҙамсыллығы өсөн хөрмәт итә.

 

Автор:Ринат Биктимиров, Нуриман районы.
Читайте нас: