Көслө коллективтар араһында барған көсөргәнешле алышта, еңеү яулау бик еңелдәрҙән булманы, әлбиттә. Ә шулай ҙа, төрлө конкурс-фестивалдәрҙә алдынғылыҡты яуларға өлгөргән шишмәләр бында ла һыр бирмәне. Анфиса Сәйфетдинова етәкләгән «Родничок» бейеү ансамбле татар халыҡ бейеүе «Баҫ, баҫ, биште баҫ!» менән жюриҙарҙы таң ҡалдырҙы.
Халыҡ-ара бейеү чемпионаты еңеүсеһе, Рәсәйҙең иң билдәле бейеү серҙәренә өйрәтеүсеһе, хореограф Евгений Папунашвили үҙе үк бейеүсе ҡыҙҙарға ҡанат ҡуйҙы: «Оҫта, дәртле бейейҙәр. Миңә бик оҡшаны», - тине данлыҡлы бейеүсе.
-Ошондай һүҙҙәр минең өсөн дә ҙур баһа, эшем юҡҡа түгел, - ти Анфиса Зөбәйҙулла ҡыҙы. - Ҡыҙҙарҙың бейеүенә юғары баһа - I дәрәжә лауреат дипломы. Үзбәк бейеүе «Андижан полькаһы» II дәрәжә лауреат, башҡорт бейеүе «Тыпырҙыҡ» ты башҡарыусы ҡыҙыбыҙ ҙа I дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ булды, - тип һүҙен дауам итә бейеү оҫтаһы, абруйлы етәксе.
Гөлшат Романова етәкселегендәге вокал бүлегенә йөрөүселәр рус халыҡ һәм эстрада йырҙары менән сығыш яһап, I һәм II дәрәжә лауреат исемен яуланы. Айрат Байматов етәкләгән халыҡ инструменттары бүлегенә йөрөүселәр II дәрәжә лауреат булдылар.
Фестивалдә ҡатнашҡан Шишмә һәләттәре Мәскәүгә поезд менән барҙы. Тыуған илебеҙҙең киңлектәре менән улар төрлө өлкә-ҡасабалар, ҡалалар аша үтеп, таныша алды. Балалар баш ҡаланың иҫтәлекле урындарын күреп тә, ихлас ҡыуандылар.
-Бейеүгә өйрәнеү - беҙҙең күптәнге хыялыбыҙ ине, остазыбыҙ Анфиса Сәйфетдиноваға рәхмәтлебеҙ. Шуныһы ҡыуаныслы, ул беҙҙе башҡа яҡтарҙан килгән ансамблдәр, бейеүҙәр менән таныштыра - конкурстарға йөрөтә, - ти «Родничок» ансамбленә йөрөгән ҡыҙҙар.