Йәйғор
-3 °С
Облачно
Мәҙәниәт
15 Февраля 2024, 05:31

Йәш пианистка Йәмилә

Екатеринбург ҡалаһында Оло Урал композиторҙары әҫәрҙәрен башҡарыусыларҙың төбәк-ара асыҡ VIII конкурс-фестивале уҙҙы. Унда Өфө районы балалар сәнғәт мәктәбенең фортепиано бүлеге уҡыусыһы Йәмилә Абдуллина ҡатнашты. 

Добавить в предпочтительные источники Google
Йәш пианистка ЙәмиләЙәш пианистка Йәмилә
Йәш пианистка Йәмилә

11 февралдә Екатеринбург ҡалаһында Оло Урал композиторҙары әҫәрҙәрен башҡарыусыларҙың төбәк-ара асыҡ VIII конкурс-фестивале уҙҙы. Унда Өфө районы балалар сәнғәт мәктәбенең фортепиано бүлеге уҡыусыһы Йәмилә Абдуллина ҡатнашты. Үҙенең конкурс программаһын уңышлы үтәгән йәш пианистка III дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ булды.
Йәш пианистка Йәмилә Абдуллина менән уның уҡытыусыһы Айгөл Салауат ҡыҙы Әхмәтғәлиеваның уртаҡ уңышын жюри ағзалары маҡтап телгә алды. Уларҙы дипломдар менән бүләкләп, ижадта артабанғы уңыштар һәм яңы үрҙәргә ирешеүҙәрен теләне.

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас