Йәйғор
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
6 Май , 09:22

Халыҡ ижадын һөйөүсе ҡыҙҙар-малайҙар

Өфө районының Шамонин мәктәбендә үткән "Һаумы, һаумы, әкиәт"конкурсында донъя халыҡтары әкиәттәрен һөйләгән уҡыусылар әүҙем ҡатнашты. Халыҡ ижадын һөйөүсе ҡыҙҙар-малайҙар конкурстың район этабында көс һынашты.

Халыҡ ижадын һөйөүсе ҡыҙҙар-малайҙар
Халыҡ ижадын һөйөүсе ҡыҙҙар-малайҙар

Йылдан-йыл уҙғарылып килгән был халыҡ ижады байрамы иң талантлы йәш әкиәт һөйләүселәрен билдәләргә ярҙам итеүсе бик матур сара ул. Йәш әкиәтселәр мәктәбен үҫтереү, ил кимәлендә халыҡ ижады өлгөләрен һаҡлау һәм таратыу, үҫеп килгән йәш быуында башҡорт халҡының тарихи һәм мәҙәни мираҫына һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү – конкурстың төп маҡсаты тора.
Был ижади сарала райондың 17 мәктәбенән 1-8 класс уҡыусылары ҡатнашты. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, балаларҙың байтағы рус мәктәптәрендә уҡый, әммә туған башҡорт телен теләп өйрәнә, әсә телендә әкиәттәр уҡый, шиғырҙар ятлай һәм йырҙар башҡара.
Конкурс «Яңғыҙ номер башҡарыу» (әкиәтте сағыу уҡыу), «Әкиәтте сәхнәләштереү» номинациялары буйынса уҙғарылды. Жюри ағзалары балаларҙың сығыштары мәлендә, уларҙың халыҡ музыка ҡоралдарын ҡулланыуына, аудиторияны үҙләштереү оҫталығына, тауыш көсөнә, костюмдарҙың булыуына иғтибар итте һәм шулар буйынса баһаланы.
Шулай итеп, 1-2 кластар араһында Арсен Мостафин (Алексеевка мәктәбе), Наҙгөл Йосопова (Миловканың «Гармония» мәктәбе); 3-4 кластар араһында - Айгөл Исламғолова, Гөлнәзирә Тайсина (Шамонин мәктәбе); 5-8 кластар араһында - Йәнгүзәл Байғужина (Булгаковтағы «Взлетай» мәктәбе) еңеүселәр исеменә лайыҡ булды.
Райондың мәғариф бүлеге етәкселеге район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзалары тарафынан ойошторолған байрам юғары кимәлдә ойошторолдо. Балаларҙы рухи яҡтан үҫтереүсе, маҡсатлы итеүсе, хыялдарына ҡанат ҡуйыусы ошондай матур саралар йышыраҡ үткәрелеп, йәш быуын вәкилдәрен артабан да ҡыуандырһын!

Халыҡ ижадын һөйөүсе ҡыҙҙар-малайҙар
Халыҡ ижадын һөйөүсе ҡыҙҙар-малайҙар
Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: