Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
17 Декабрь 2024, 13:39

Ғүмәр Әбделмәнов тураһында хәтирәләре менән бүлештеләр

Кисә аҙағында Ғүмәр Әбделмәновтың ҡыҙы Наилә атаһының яҡташтарына, ауылдаштарына, килгән ҡунаҡтарға, тамашасыларға ысын күңелдән үҙенең сикһеҙ рәхмәтен белдерҙе

Ғүмәр Әбделмәнов тураһында хәтирәләре менән бүлештеләр
Ғүмәр Әбделмәнов тураһында хәтирәләре менән бүлештеләр

Ғүмәр Мөғәлләм улы Әбделмәнов 1929 йылдың 15 декабрендә Башҡорт АССР-ының Шишмә районы Суҡраҡлы ауылында тыуған. Өфө музыка- сәнғәт училищеһын  тамамлай. Ауырғазы район үҙешмәкәр халыҡ театрында эшләй.1955 йылдан телевидение һәм радио комитетында эшләй.1959 йылда БАССР Мәҙәниәт министрлығы хеҙмәткәре һәм республика мәҙәниәт- мәғрифәт училищеһы уҡытыусыһы.1964 йылдан филармонияла солист сифатында хеҙмәт юлын дауам итә.1969-1992 йылдарҙа РФ Композиторҙар союзы Музыка фондының Башҡортостан бүлексәһе директоры. 2020 йылдың мартында йырсы Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнә. Ул 2020 йылдың 30 октябрендә 91-се йәшендә Өфөлә вафат була.

Репертуарын һәр бер өйҙә белгән билдәле йырсы яҡташыбыҙ Ғүмәр Әбделмәновҡа ошо көндәрҙә 95 йәш тулған булыр ине. Шул айҡанлы 14 декабрҙә Дурас ауылы клубында яҡташтары ябайлығы, ихласлығы һәм үҙенә генә хас булған моңло тауышы менән халыҡ күңелен арбаған артисыбыҙҙың хәтер кисәһенә йыйылды. Шәмбе көнө һәм шулай уҡ буранлап тороуына ҡарамаҫтан, зал тулы булды. Клубтың фойеһында Ғүмәр Әбделмәновтың шәхси фотолары, костюмы, уға төрлө яҙыусы шағирҙарҙың автографтары менән бүләк иткән китаптарынан, концерт афишаларынан торған күргәҙмә ойошторолдо. Был экспонаттарҙы яҡташ йырсыбыҙҙың ҡыҙы Наилә Ғүмәр ҡыҙы Шишмә крайҙы өйрәнеү музейына бүләк иткән. Килгән тамашасылар был мәғлүмәттәр менән бик ҡыҙыҡһынып танышты. Залдың сәхнәһендә лә Ғүмәр Әбделмәновтың портреты менән халыҡтың иң яратҡан йыры«Имәндәр шаулай» йыры яҙылған һүҙҙәр бар. Осрашыуға йырсының ҡыҙы Наилә Ғүмәр ҡыҙы, нәҫелдәре килде. Кисәне клуб мөдире Филүзә Вәлитова алып барҙы.

Йырсының тормош юлы менән таныштырыу һәм концерт номерҙары бергә үрелеп барҙы. Дурас ауылы биләмәһе башлығы Заманов Фәнил Мөнир улы үҙенең сығышында Ғүмәр Әбделмәнов тураһында хәтирәләре менән бүлеште. Шулай уҡ килгән туғандары Исмәғилева Венера Минеғол ҡыҙы, Салихова Лилиә Әнүәр ҡыҙы матур иҫтәлектәре тураһында һөйләп китте. Концертта ҡатнашыусылар артистың репертуарында булған йырҙарҙы башҡарҙы. Концертты башлап ебәреүсе Шишмә ҡасабаһының крайҙы өйрәнеү музейы гармунсыларының сығышы баштан уҡ кисәгә күтәренке кәйеф өҫтәне. Артабан Рәил Ғүмәров, Зәкинә Хәйфуллина, Вәлитова Лилиә, Хәйретдинова Венера ейәнсәре Амелия менән, Талия Ғайнанова, Зәлиә Ниғәмәтйәновалар Ғүмәр Әбделмәнов репертуарындағы йырҙарҙы башҡарҙы. «Дуҫлыҡ» фольклор ансамбленең ағзалары һәм ағинәйҙәре башҡарыуында йыр, бейеү тамашасыларҙың күнеленә хуш килде. Ә инде сәхнәлә аҡҡоштай бейеүсе Наҙгөл Гөбәйҙуллинаның лирик башҡорт бейеүенә һоҡланмаған кеше ҡалмағандыр. Концерттың һуңғы номерында бөтә зал «Имәндәр шаулай» йырын йырланы.

Кисә аҙағында Ғүмәр Әбделмәновтың ҡыҙы Наилә атаһының яҡташтарына, ауылдаштарына, килгән ҡунаҡтарға, тамашасыларға ысын күңелдән үҙенең сикһеҙ рәхмәтен белдерҙе.

Автор:admin28@rbsmi.ru
Читайте нас: