Бала саҡта ауылда кино ҡарау үҙе бер оло байрам була торғайны. Сеанс башланырға байтаҡ ваҡыт ҡалһа ла, клуб тиҙ арала ауыл халҡы менән тулыр ине. Бала саҡта ауылда кино ҡарау үҙе бер оло байрам була торғайны. Сеанс башланырға байтаҡ ваҡыт ҡалһа ла, клуб тиҙ арала ауыл халҡы менән тулыр ине. Төркөм-төркөм булып ир-ат, ҡатын-ҡыҙ хәл-әхүәл белешә; йәштәрҙең үҙ ҡоро. Бала-саға, экранға яҡыныраҡ иҙәндән урын алып, шаярышып зыҡ ҡуба. Яратып ҡарағаныбыҙ йәнһүрәттәр, «аҡтар һәм ҡыҙылдар», шулай уҡ «беҙҙекеләр менән ниместәр» араһында барған һуғыш. Һинд кинолары хәтерҙә уйылып ҡалған. Ә инде телевидение үҫешә башлағас, ауыл клубтарының бәҫе төштө. Халыҡ та һирәгерәк йыйылыша башланы.
Һуңғы осорҙа ҙур сауҙа үҙәктәрендә яңы кинотеатрҙар асылыуы яҡшы күренеш. Тимәк, был сәнғәт төрө яңы үҫеш юлында тип әйтергә лә мөмкин. «Мәҙәниәт» милли проекты буйынса ла кино сәнғәтен үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленә. Яңы кинозалдар булдырыу программаһында ҡатнашып, район мәҙәниәт йорто туғыҙ миллион һумлыҡ грантҡа лайыҡ булғайны. Күптән түгел районда заманса аппаратура менән йыһазландырылған яңы «Мир» кинозалын асыу тантанаһы булып үтте. Сарала «Башҡортостан» киностудияһы вәкиле Кира Попова, район хакимиәте башлығы Вилдан Ситдиҡов, Өфө ҡунаҡтары һәм урындағы етәкселәр ҡатнашты. Тамашасы иғтибарына режиссер Вилүрә Иҫәндәүләтованың «Ап-аҡ ҡар» нәфис фильмы тәҡдим ителде.
Кинозал шишәмбе һәм шаршамбынан тыш һәр көн эшләй, уның үҙ штаты бар. Тәүге сеанс көндөҙгө ун икелә башланһа, һуңғыһы киске һигеҙҙә. Билет хаҡтары 150-дан 200 һумға тиклем.
Яңы кинозал заман талаптарына тап килер, балаларҙы, йәштәрҙе дөрөҫ тәрбиәләүҙә булышлыҡ итер һәм барыбыҙҙы ла тәрән мәғәнәле фильмдар менән һөйөндөрөр, тип ышанғы килә.
Рита Биктимирова Нуриман районы.
Фото «Красный Ключ. Нуриман» гәзите сайтынан алынды.