Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
11 Март , 14:56

“Күңел көзгеләре”

Миләүшә Ғилманованың ижадына арналған әҙәби-музыкаль кисә булып үтте Яңы Субай ауыл китапханаһында

“Күңел көзгеләре”
“Күңел көзгеләре”

Һәр яҡтың, һәр төбәктең матур кешеләре бар. Төҫкә-биткә генә түгел, үҙҙәренең күркәм эштәре, тотҡан урындары менән киләсәк быуындарға тәрән эҙ ҡалдырған шәхестәр улар. Шундай шәхестәрҙе белеү, уларҙың ижадын өйрәнеү, улар менән ғорурланыу беҙҙең оло бурысыбыҙ.

Шиғриәт кешелек тарихының иң боронго сәнғәте. Уның ҡасан барлыҡҡа килгәнен  бер кем дә белмәй. Шағирҙәрҙе пайғәмбәрҙәр тип тә йөрөткәндәр. Боронғо дәүерҙә шағирҙәр мөғжизәле һүҙҙәр менән урман серҙәрен асҡандар, үҫемлектәрҙе терелткәндәр, баҡсаларҙы сәскәләргә күмгәндәр.

Йыр тыумаһа, шиғыр яҙылмаһа

Нишләр күңел, таштай ул ҡатыр.

Шундай илаһи моң һиндә шағир,

Таштарҙы ла хатта илатыр...

Һирәк булһа ла шундай кешеләр осрай, улар янында үҙеңде ышаныслы һиҙәһең, улар менән фекер уртаҡлашҡы килә. Үҙ фекереңде уныҡы менән сағыштыраһың, уртаҡ ҡараштар табып шатланаһың. Шундай шәхестәрҙең береһе – талантлы шағирә, тәжрибәле уҡытыусы, Башҡортостан Республикаһының Мәғариф отличныгы, Рәсәй президенты гранты эйәһе, 2020 се йылда Иглин районы Үктәй ауылы биләмәһенең Маҡтаулы гражданы, 2024 се йылдың "татар милләте алдындағы хеҙмәттәре өсөн"Бөтә донъя татарҙар конгресы миҙалы эйәһе (хужаһы)- Миләүшә Әмир ҡыҙы Гилманова.

Миләүшә шағирә булып тыуған йән. Мәктәп йылдарында,  студент сағында ла матур шиғырҙар яҙа ул. 2005 се йылда Зәйнәб Биишева исемендәге  “Йәштәр тауышы” серияһендә  Башҡортостан  Китап нәшриәтендә  “Хыяллар ымсындырғыч” исемле шиғырҙар йыйынтығы донъя күрә.Шағирә ҡайғы-шатлыҡтарға, Табыш-юғалтыуҙарға һәр саҡ фәлсәфи бейеклектән ҡарай. Уның шиғырҙары шуңа ла яҡты аҡыл, ғәҙел кәңәш, әрнегән күңелдәргә шифа менән тулы.

 

Һәр бер тормош юғалтыуҙан тора,

Ятып үл, йә бөгөн яңынан тыу.

Мөмкин түгел кире һүтеп ҡороу,

Мөмкин түгел кәрттән ҡаратыу.

Ғүмер көҙө яҡынайған һайын,

Һүрелмәһен һине яратыу,

Йәшәү бушҡа уҙмаҫ, кемдер өсөн

Туҡталмаһа беҙҙең йән атыу...


 2013 сө йылда шағирә   “Аҡ ҡаранан тормай был донья”  китабын үҙ нәшер юлы менән баҫтыра.

 Миләүшәнең был китабында доньяга тыуыуы менән сикһеҙ бәхетле булыуына бағышланған шиғырҙар урын алған.

 

Мин бәхетле туған телебеҙгә һөйөү

Ҡабындырһам сабый йәндәрендә

Аҡ ҡараны танырға өйрәтеп

Ышаныс тыуҙырһам уларҙа.

 

Миләүшә һәр шиғырында үҙен яҙа, күңелдәгеһен, йәрәгендәгеһен яҙа. Шуға ла уның шиғырҙары башҡалар күңеленә юл таба, башҡалар йөрәгенә күсә.Йөрәктән сыҡҡан һүҙ генә- йөрәккә барып етә.

 

Эй, хоҙайым, бир сабырлыҡ

Бар тирә-юн таң ҡалырлыҡ.

Дауылдарға ҡаршы барып

Йығылғанда хәл алырлыҡ.

 

2024 се йылда Башҡортостан Китап нәшриәтендә шағирәнең 3 - сө китабы “Күңел көзгеләре “ исемле күмәк  йыйынтыҡта баҫылып сыҡты.

 

Кайгыда да, шатлыкта да,

Эшемдәге – тышымда.

Гел жай тормады бу язмыш,

Үпкәлим бераз шуңа.

Күңелдәге хисләремне

Тирән күмдерер идем,

Дошманнар сөенмәсеннәр-

Тик шат күренер идем...

 

Миләүшәнең шиғырҙары район гәзитендә, “Кызыл Таң”, “ Өмөт” , “Диләфрүз”, газеталарында, “Тулпар” журналы биттәрендә баҫылып килә.

 

Күптәргә хас ғәҙи ижат биографияһы беҙҙең Миләүшәлә лә.

Шағирәнең үҙе тураһында яҙған яҙмаларҙан:

“Минең тормош юлым ике гүзәл тәбиғәтле ауыл менән тығыҙ бәйләнгән. Уның береһе –тыуған ауылым Иглин районы, Үктәй ауылы. Унда мин тыуҙым, үҫтем, мәктәп йылдарым гөрләп  шунда үтте.Унда минең ата-әсәм ерләнгән. Сығып китеүемә нисә йыл үтһә лә, ауылым мине үҙенә тарта, бергә уйнап үҫкән иптәштәремде, синыфташтарымды юҡһыныу, йәшлектә йөрөгән эҙҙәрҙе һағыныу хистәре бар ғүмерем буйына оҙатып барыр кеүек.

Икенсе ауыл Нуриман районы Яңы Субай ауылы. Был ауыл миңә хеҙмәт юлымды башлауым, үҙ ғаилә усағымды тергеҙеүем менән дә ҡәҙерле. Бында минең уҡыусыларым. Бында  эшемдә уңыштарға ирештем, был ауылдың мәктәбе минең икенсе йортома әйләнде тиһәм дә, һис арттырыу булмаҫ. Бында минең ҡыҙым Гүзәл донъяға килде. Ошо ауылда шишмә эргәһендәге йортобоҙҙа минең ижад әҫәрҙәрем тыуа, ғүмеремдең сәскәләй миҙгелдәре үтә. Шиғырҙарымда ошо уй-хистәрем, хыял-маҡсаттарым, ҡайғы-һағыштарым. Йәшәй-йәшәй был ерҙә сабырлығым, түҙемлегем артыуына, тәжрибәм тупланыуына нисек һөйөнмәйем дә, нисек был доньяла, ошо миҙгелдә йәшәүемә рәхмәт уҡып шиғырҙар яҙмайым” – тип әйтә үҙе Миләүшә.

Шиғри һәм йыр ижады айырылғыһыҙ. Миляуша Гилманова шигырзарына Республиканың билдәле композиторзары -  Флера Шарипова, Миләүшә Имашева, Фәнилә Нажметдинова-Хәбирова, Альберт Субаев йырҙар ижад итте.

Ҡәзерле Миләүшә, эле бик күптәрҙең күңелен үҫтереп, байытып, шиғриәттә балҡып, ижади ҡаҙаныштарға өлгәшеп ҡалыуыңды теләйбеҙ.Башҡалар ҙа йылына алырлыҡ йөрәк утың тағы көслөрәк дөрләһен.

 

 

Китапханасы : И.Я.Кирәева

Читайте нас: