Йәйғор
-5 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
10 Декабрь 2025, 21:14

Благовещен ҡалаһында Башҡорт теле көнөнә арналған тантаналы сара үтте

Башҡорт бейеүҙәре һәм йырҙары халыҡтың тарихы тураһында һөйләй, уларҙың йолаларын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен күрһәтә

Благовещен ҡалаһында Башҡорт теле көнөнә арналған тантаналы сара үтте
Благовещен ҡалаһында Башҡорт теле көнөнә арналған тантаналы сара үтте

Башҡортостанда 14 декабрҙә Башҡорт теле көнө билдәләнә. Был осраҡлы түгел. Тап ошо көндә күренекле башҡорт шағиры, мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулла тыуған. Бөгөн Благовещен ҡалаһында ошо байрамға арналған матур сара үтте.

«Айбар», «Аманат» ансамблдәре һәм башҡа ижади коллективта, сәхнә йондоҙҙары сығыш яһаны, башҡорт теленең бар гүзәллеген йырҙар, шиғырҙар, бейеүҙәр, ҡурай моңо аша тамашасы күңеленә еткерҙе.

«Башҡорт бейеүҙәре һәм йырҙары халыҡтың тарихы тураһында һөйләй, уларҙың йолаларын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен күрһәтә, - тине башҡорт теле уҡытыусыһы Гөлназ Ҡоҙаҡаева. - Сара бик матур үтте, концерт шәп булды».

Автор: Гульнур Абдуллина
Читайте нас