Йәйғор
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Октябрь 2019, 16:08

Телевидение яңы форматҡа күсә

Иглин районы телевидение “аналогы” менән хушлаша

Республикала, шул иҫәптән Иглин районында ла был ваҡиғаға ныҡлы әҙерлек барҙы. Цифрлы сигнал тулыһынса йәки өлөшләтә барып етмәгән зоналар тикшерелде. Район территорияһында ундай тораҡ пункттарҙың байтаҡ ҡына булыуы асыҡланды. Был ауылдарҙа йәшәүселәргә юлдаш тәрилкәһен ҡуярға тәҡдим ителде. Иҫке телевизор эйәләре цифрлы сигналдарҙы тота торған махсус приставкалар һатып алды.
Цифрлы форматҡа күсеү менән бәйле проблемалар Иглиндә әүҙем хәл ителә. Ауыл советы хеҙмәткәрҙәре менән берлектә ирекмәндәр өлкән йәштәге кешеләргә цифрлы телевидение ҡорамалдарын тоташтырырға, уларҙы көйләргә ярҙам итә.
Исегеҙгә төшөрәбеҙ, «Телетапшырыуҙарҙы үҫтереү» ҙур маҡсатлы программаһы ун йыл элек тормошҡа ашырыла башланы. Бының өсөн 174 миллиард һум аҡса бүленде, шуларҙың 97 миллиарды — федераль бюджеттан.
Читайте нас: