Башҡортостан ғына түгел, бөтә Рәсәй Софья Ғиззәтуллинаның тормошо тураһында ҡыҙыҡһыныуын дауам итә.
Баш бармаҡтары тоташып, баш һөйәге ҡыҫылып үҫкән ҡыҙға ҡатмарлы операция эшләргә Израиль табиптары рөхсәт биргәйне. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡыҙ 25 октябрь көндө был илгә оса алманы. Сәбәбе – тейешле документтарҙы әҙерләп өлгөрмәгәндәр.
Шулай ҙа был аңлашылмаусанлыҡ яҡын арала ыңғай хәл ителер, тип ышанайыҡ.