Йәйғор
+7 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Ноябрь 2019, 11:47

"Әсәлек капиталы"ның хаҡы бер миллион һумға тиклем артырмы?

"Әсәлек капиталы"ның хаҡы бер миллион һумға тиклем артырмы

"Әсәлек капиталы"н хаҡы бер миллион һумға тиклем һәм беҙҙең илдә етештерелгән автомобилде һатып алыу өсөн файҙаланыу тураһында закон проекты ҡарала, тип "Российская газета"һына һылтанма менән хәбәр итә «Йәшлек».
Баҡ тиһәң, был тәҡдимде "Ғәҙел Рәсәй" партияһы депутаттары индергән икән. Бала тыуғас, ғаиләнең машинаға ихтыяжы арта, тип иҫәпләй улар. Автомобиль двигателе кәмендә 125 ат көсө, өс урынлыҡ булырға тейеш.
Депутаттар фекере буйынса, был закон ҡабул ителһә, ғаиләләргә лә, Рәсәй автопромына ла ярҙам буласаҡ.
Бөгөн "Әсәлек капиталы"ның күпселек өлөшө торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн сарыф ителә.
Читайте нас: