Йәйғор
+7 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Ноябрь 2019, 11:15

Иглин ерендә - легендар “Песняры” ансамбле

Балтика ауылында Беларусь Республикаһы вәкилдәре булып китте

Балтика ауылы күп функциялы клубында “Песняры” (етәксеһе Роман Козырев) белорус дәүләт ансамбле ағҙалары ҡунаҡта булды. Уларҙы Рәсәйҙәге Беларусь Республикаһы илселегенең Өфө бүлексәһе етәксеһе П. И. Балтрукович, "Башҡортостан белорустары" йәмәғәт ойошмаһы рәисе Л. Е. Асянова оҙата килде.
Ҡунаҡтар күп функциялы клубтың эшен ҡараны, модель китапханала һәм белорус тарихи-мәҙәни үҙәгендә ауыл тарихы һәм күп йылдар элек Башҡортостан еренә күсеп килгән белорустар яҙмышы менән танышты.
Урындағы “Сябры” ансамбле менән “Песняры” бергәләп белорус йырҙарын башҡарҙы.
Читайте нас: