Йәйғор
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Ноябрь 2019, 13:00

Көҙгө боҙға ышанма

Нуриман районының Байгилде ауылында өс кескәй баланың «Кесе күл»дең ныҡлап тотмаған боҙонда йөрөүө, ҡыҙғанысҡы ҡаршы, фәжиғә менән тамамланған

Нуриман районының Байгилде ауылында өс кескәй баланың «Кесе кул»дең ныҡлап тотмаған боҙҙонда йөрөүө, ҡыҙғанысҡы ҡаршы, фәжиғә менән тамамланған.
Балаларҙы күршеләре күл янына китеп барыуын күрә һәм ата-әсәһенә әйтә. Тик бик һуң була, балалар өсөһө лә боҙ аҫтына төшөп китә. Был турала «Башинформ» хәбәр итә.
Йүгереп килгән аталары өс һәм биш йәшлек малайҙарҙы тартып сығарып өлгөрә, ә ете йәшлек баланып ҡотҡарып өлгөрмәй.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ныҡлы һыуыҡтар башланғансы боҙ йоҡа була. Кистәрен һәм төндә туңған боҙ бер аҙ күтәрә әле, әммә көндөҙ ағын һыуҙарҙан йылынып күҙәнәкләнә, ҡалынлығын һаҡлаһа ла ныҡлығы булмай.
Ҡараңғыла, шулай уҡ томан төшкәндә, ҡар, ямғыр яуғанда боҙға сыҡмағыҙ; боҙҙоң ныҡлығын аяҡ менән тибеп ҡарарға ярамай; ағас йәки саңғы таяғы менән ныҡ итеп һуҡҡандан һуң һыу күренһә – тимәк, боҙ йоҡа, уның буйлап йөрөргә ярамай; боҙ менән ҡапланған йылғаны (күлде) саңғыла үтеүе яҡшыраҡ, хәүеф килеп тыуа ҡалһа, уларҙы ташларға еңелерәк булһын өсөн был осраҡта саңғы беркеткестәрен эләктәрмәгеҙ, саңғы таяҡтарының элмәктәрен ҡулығыҙға кеймәгеҙ; атаәсәләр балаларын саңғыла, конькиҙа йөрөргә, балыҡ ҡармаҡларға ҡараусыһыҙ ебәрмәһендәр ине.
Читайте нас: